Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МЕХАНИКА ИНСТИТУТЫ

Просмотров: 1269

МЕХАНИКА ИНСТИТУТЫ, РФА Өфө ФҮ‑гә ҡарай, Р.Р.Мәүлитов исемен йөрөтә. 1992 й. Өфөлә РФА УрБ БФҮ һәм ӨАИ‑ның профилле ғилми-тикшеренеү подразделениелары базаһында ойошторола. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: физик- химик әүерелешле дисперслы һәм термоүҙле мөхиттәрҙең гидродинамикаһы; ҡыуыҡтарҙа һәм ҡыуыҡ кластерҙарында энергия тупланыу; күп фазалы мөхиттәрҙә тулҡынлы процестар; ҡоролмаларҙың эш мөхиттәре м‑н үҙ-ара тәьҫир итешеүе динамикаһы; кире спектраль мәсьәләләр һәм акустик диагностика; мехатрон системаларға идара итеү. Институт составына 6 лаб. инә. 40 ғилми хеҙм‑р араһында 1 РФА академигы һәм 1 мөхбир ағзаһы, 8 фән д‑ры һәм 19 фән кандидаты (2015) бар. 3 һөнәр б‑са аспирантура һәм докторантура эшләй. Институт ғалимдары Рәсәй фундаменталь тикшеренеүҙәр фонды һәм халыҡ-ара фондтар ярҙамы м‑н 60‑тан ашыу проект, ш. уҡ сәнәғәт пр‑тиелары һәм компаниялары м‑н контракт б‑са 20‑нән ашыу ҡулланма ғилми-тикшеренеү эше башҡарған. Дейтерийланған органик шыйыҡлыҡтарҙа пар ҡыуыҡтары тупланғанда ядро реакциялары барлыҡҡа__килтереүсе т‑раларға һәм баҫымдарға өлгәшеүҙең ғилми принциптары табылған; акустик кавитация ваҡытында дисперслы фазала киҫәксәләрҙең структураһы яһалыу механизмы асыҡланған; микроканалдарҙа һәм ҡатмарлы капилляр структураларҙа дисперсиялар барышында “динамик бикләнеү” эффекты табылған; шыйыҡлыҡтарҙың үҙлелектең т‑раға монотон булмаған бәйлелеге м‑н ағыуы законлылыҡтары өйрәнелгән; шыйыҡлыҡтар һәм газдарҙың ярым моделдәре классификацияһы төҙөлгән; ҡоролмаларҙы нығытыу параметрҙарын һәм төрҙәрен диагностикалауҙың математик моделдәре, микромеханиканың перспектив интеллектуаль идара итеү системалы ҡулайламалары, юл-транспорт ваҡиғалары шарттарын хәҙ. заман хисаплау техникаһын ҡулланып реконструкциялау методикаһы һ.б. эшләнгән. Һыу аҫты үткәүелдәрен йүнәлешле быраулау ысулы м‑н төҙөгәндә быраулау колоннаһының көсөргәнешле- деформациялы хәлен хисаплап сығарыу өсөн программалар м‑н тәьмин итеү; магистраль нефть продукттарын үткәргестәр эшенең энергия һаҡлай торған режимдарын асыҡлау өсөн программалар комплексы һ.б. ҡулланыуға индерелгән. Уйлап табыуҙарға 40‑тан ашыу патент алынған (2015). Институт БР, РФ, АҠШ, Бөйөк Британия, Германия, Япония ҒТИ‑лары, ғилми үҙәктәре һәм юғары уҡыу йорттары м‑н хеҙмәттәшлек итә. Директорҙары: Мәүлитов (1992 й. алып), И.Ш.Әхәтов (2000 й. алып), С.Ф.Урманчеев (2003 й. алып).

С.Ф.Урманчеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: