Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӨҠМИНОВ Рәйес Әғзәметдин улы

Просмотров: 663

МӨҠМИНОВ Рәйес Әғзәметдин улы (15.6.1941, БАССР‑ҙың Благо‑ вар р‑ны Ҡашҡалаша а. — 15.5. 2004, Өфө), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1987), проф. (1988). БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (1998), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1976), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1963) шунда уҡ эшләй (1972— 84 йй. хеҙмәтте һәм тирә‑яҡ мөхитте һаҡлау каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге тирә-яҡ мөхитте һәм хеҙмәтте һаҡлау, шыйыҡлыҡтарҙы фильтрлау проблемаларына арналған. М. ҡатнашлығында нефть‑газ сәнәғәтендә хеҙмәтте һаҡлауҙың, хеҙмәтте һаҡлау процестарының матем. моделдәрен әҙерләү теорияһының методологик нигеҙҙәре эшләнгән, сәнәғәттәге зарарлыҡтарҙы һәм хәүефтәрҙе алмаштырыу принцибы нигеҙләнгән. Уның етәкс. промыслаларҙа нефтте йыйыу һәм акустик тирбәлеүҙәр ярҙамында әҙерләү процестарын интенсивлаштырыу технологиялары, уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн техник ҡоролмалар һ.б. эшләнгән. Уйлап табыуҙары БР‑ҙың һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең нефть промыслаларында индерелгән. 160‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 11 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Математическое моделирование процессов охраны труда. Уфа, 1990 (авторҙ.); Экономические проблемы охраны труда. Уфа, 1991 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019