Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МОКЕЕВ Геннадий Иванович

Просмотров: 1566

МОКЕЕВ Геннадий Иванович (31.3. 1944, Горький өлк. Белогузово а.), педагог, тренер. Пед. ф. д‑ры (1998), проф. (1994). РФ‑тың (1998) һәм БАССР‑ҙың (1990) атҡ. физик культура хеҙм‑ре, БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2012). СССР‑ҙың спорт мастеры (1968), сават б‑са халыҡ-ара категориялы (1992) һәм бокс б‑са респ. категориялы (1975) судья. Журналистар союзы ағзаһы (2006). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлаған (1970). 1967 й. алып ӨДАТУ‑ла (1988 й. башлап физик тәрбиә каф. мөдире) уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре төрлө квалификация кимәлендәге яңғыҙ көрәшселәрҙе күнектереүҙе ойоштороу, бокс, кикбоксинг, сават һ.б. спорт төрҙәре б‑са юғары квалификациялы спортсылар әҙерләү проблемаларына, БР вуздарында физик культура һәм спорт тарихына арналған. М. тарафынан күнекмә һәм ярыш шарттарында спортсыларҙың психологияһын һәм иммунобиологик хәлен яҡшыртыу, стресты диагностикалау ысулдары эшләнә һәм ғәмәлгә индерелә. БР‑ҙа “Сават” француз боксы федерацияһы президенты (1993 й. алып). Пётр фән һәм сәнғәт акад. Башҡ‑н бүлексәһе етәксеһе (1996 й. алып). 400‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 2 уйлап табыу, уйлап табыуға 3 патент һәм 3 рационализаторлыҡ тәҡдиме авторы. Тәрбиәләнеүселәре араһында Ф.Р.Имашев, Д.Р.Йосопов, Т.Т.Йосопов, Р.С. Саяпов һ.б., ш. уҡ 10‑дан ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры.

Х е ҙ м.: Бокс: проблемы и решения. Өфө, 1989 (авторҙ.); Новое в теории и методике бокса. Өфө, 1997 (авторҙ.); И не только о спорте... Өфө, 2008 (авторҙ.). 

 

А.У.Кинйәбулатов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019