Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МУЛЛАҒОЛОВ Миҙхәт Хажиәхмәт улы

Просмотров: 684

МУЛЛАҒОЛОВ Миҙхәт Хажиәхмәт улы [20.9.1932, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Һарайлы а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 5.3.2007, Өфө], инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1990), проф. (1992). БАХИ‑ны тамамлаған (1956). 1957—62 йй. СДПИ‑ла, бер үк ваҡытта 4‑се техник уч‑щела, 1962 й. алып ӨНИ филиалында (икеһе лә — Стәрлетамаҡ ҡ.) уҡыта; 1969 й. башлап ӨАИ‑ла (1981—82 йй. адм.‑хужалыҡ эштәре б‑са проректор), 1994— 2003 йй. — БДАУ‑ҙа (1994—99 йй. теоретик һәм ғәмәли механика каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге һығылмалылыҡ теорияһы проблемаларына арналған. М. тарафынан термокөсөргәнешле конструкциялар элементтарының ныҡлығын һәм тотороҡлолоғон теоретик һәм эксперименталь юлдар м‑н тикшереү ысулдары табыла. М. етәкс. күҙәтеүсе көс м‑н ҡыҫылған консерватив булмаған системаның тотороҡлолоғон тикшереү өсөн стенд һәм кукуруз сәкәнен киптереү өсөн СПК‑6 ҡулайламаһы эшләнә. Уйлап табыуҙары БР пр‑тиеларында индерелгән. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 25 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Практические методы расчёта устойчивости стержней при произвольных нагрузках и условиях опирания. Уфа, 1983: Практические методы расчёта устойчивости многопролётных стержней и плоской формы изгиба балок. Уфа, 1984. 

Р.М.Бәширов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019