Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘСКӘҮ ГУМАНИТАР УНИВЕРСИТЕТЫ

Просмотров: 877

МӘСКӘҮ ГУМАНИТАР УНИВЕРСИТЕТЫ, М.А.Шолохов ис. йөрөтә, дәүләт ҡарамағында. Өфө филиалы 1999 й. асыла, 2015 й. ябыла. Филиал составында 4 кафедра, иҡтисад-технология колледжы, Р.Ғ.Кузеев ис. мәғлүмәт-китапхана үҙәге, славян телдәрен һәм мәҙәниәтен өйрәнеү б‑са ғилми-методик үҙәк, полиграфия, аудио-визуаль технологиялар, өҫтәмә белем биреү, йәштәр проекттары һәм программалары, ғилми тикшеренеүҙәрҙе ойоштороу секторҙары; криминалистик лаб., студенттарҙың юридик клиникаһы, Кесе сәнғәт академияһы, Шолохов үҙәге булған. Уҡытыу көндөҙгө, көндөҙгө-ситтән һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә 9 һөнәр һәм 9 йүнәлеш б‑са алып барылған: юриспруденция; дәүләт һәм муниц. идаралыҡ; педагогика һәм психология; дизайн; журналистика һ.б., ш. уҡ урта проф. белем биргән 3 программа булған. Уҡытыусылар араһында 10 фән д‑ры һәм 29 фән канд. (2014). 4 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2014). Филиал Украинаның юғары уҡыу йорттары, ин-ттары һәм акад., Греция, Иран һ.б. илдәрҙең ғалимдары һәм педагогтары м‑н хеҙмәттәшлек иткән. Йыл һайын 20‑нән ашыу дәреслек, уҡыу әсбабы һәм монография нәшер ителгән; “Вестник Уфимского филиала МГГУ им. М.А.Шолохова” (“М.А.Шолохов ис. МДГУ‑ның Өфө филиалы хәбәрҙәре”), “Шолохов — Times” гәз. сығарылған. Дир. — В.Я.Бабенко (1999 й. алып).

Стәрлетамаҡ филиалы 1997 й. вәкиллек булараҡ асыла, 2000 й. алып Стәрлетамаҡ филиалы, 2013 й. ябыла. Филиал составында 9 ф‑т, психологик, мед.-соц. ярҙам, мәғлүмәт технологиялары, өҫтәмә белем биреү һәм эш м‑н тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү, Шолохов үҙәктәре эшләгән. Китапханаһы, редакция-нәшриәт бүлеге, типографияһы булған. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә 15 һөнәр б‑са алып барылған. Уҡытыусылар араһында 8 фән д‑ры һәм 74 фән канд. булған (2007). 820‑нән ашыу белгес әҙерләнгән (2007). Филиал АҠШ, Белоруссия, Исландия, Ҡырғыҙстан һәм Чехияның юғары уҡыу йорттары м‑н хеҙмәттәшлек иткән. 2004 й. алып 170‑кә яҡын ғилми хеҙмәттәр йыйынтығы, уҡыу әсбабы, монография баҫтырылған; “Вестник науки” (“Фән хәбәрсеһе”), “Гаудеамус” гәз. сығарылған. Дир.: С.Г.Иванова (1997 й. алып), С.К.Абдуллина (2002 й. алып).

Әҙәб.: Реализация основных направлений национальной программы “Образование” филиалами Московского государственного гуманитарного университета им. М.А.Шолохова. Шадринск, 2007. 

В.Я.Бабенко

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.04.2023