Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӨЛӨКОВ Радик Рафиҡ улы

Просмотров: 1632

МӨЛӨКОВ Радик Рафиҡ улы (2.5.1951, БАССР‑ҙың Шишмә районы Ыҫлаҡ а.), инженер‑физик. РФА‑ның мөхбир ағзаһы (2016), физика‑математика фәндәре докторы (1997). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1978). Урал политехник институтын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1974) СССР ФА Урал фәнни үҙәгендәге Энергетиканың физик‑техник проблемалары бүлегендә эшләй, 1983 й. алып Урал политехник институтында база лабораториһы мөдире. 1985 й. — ӨАИ‑ла уҡыта; 1987 й. башлап Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында: өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1995 й. алып лаборатория мөдире, 2006 й. – директор; бер үк ваҡытта 2012 й. башлап БДУ‑ның наноматериалдар физикаһы һәм технологияһы кафедраһы һәм 2015 й. алып ӨДАТУ‑ның үтә һығылмалылыҡ физикаһы һәм технологияһы кафедраһы мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге метастабиль шыйыҡлыҡтарҙың йылылыҡ‑физик үҙенсәлектәрен, наноструктур материалдарҙың төҙөлөшөн һәм үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә арналған. М. тарафынан үтә эҫетелгән шыйыҡлыҡтарҙың йылы һыйышлығы, йылы үткәреүсәнлеге һәм хәл торошо тигеҙләмәһе өйрәнелгән, металдарҙы һәм иретмәләрҙе деформациялау ысулдары менән наноструктуралағанда уларҙың физик үҙенсәлектәренең аномаль рәүештә үҙгәреүе күрһәтелгән. М. тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәләре яңы материалдарҙы уйлап табыуҙа һәм уларҙы эшкәртеү технологияларын эшләгәндә ҡулланыла. Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән (2020).

Хеҙм.: Субмикрокристаллические и нанокристаллические металлы и сплавы. Екатеринбург, 2003 (авторҙ.); Nanostructured Materials //Handbook of Nanoscience, Engineering and Technology. Boca Raton [etc.], 2003 (авторҙ.); Severe Plastic Deformation: Toward Bulk Production of Nanostructured Materials. New York, 2006 (авторҙ.).

А.А.Назаров
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2021
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: