Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МОНАСИПОВ Рөстәм Әнүәр улы

Просмотров: 1380

МОНАСИПОВ Рөстәм Әнүәр улы (6.6.1960, Өфө), электрон техникаһы инженеры. Техник ф. д‑ры (2004), проф. (2006). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2010). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1982) шунда уҡ эшләй (2014 й. алып мехатрон станок системалары каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге ҡатмарлы техник объекттар м‑н идара итеүҙең адаптив һәм интеллектуаль системалары өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. М. ҡатнашлығында күп бәйләнешле динамик идара итеү системаларының структураһын элементар структуралы функциялар рәүешендә тасуирлау ысулы уйлап табыла һәм уның нигеҙендә газ турбиналы двигателдәрҙең, микроробототехника объекттарының һ.б. үҙенән‑үҙе көйләнә торған идара итеү системаларын синтезлау критерийҙары һәм ысулдары эшләнә, улар БР‑ҙың һәм РФ-тың башҡа төбәктәренең пр‑тиеларында индерелгән. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 33 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Нейрокомпьютеры в авиации (самолёты). М., 2004 (авторҙ.); Основы микроробототехники. Уфа, 2004 (авторҙ.); Интеллектуальные системы управления. М., 2010 (авторҙ.). 

  Б.Ғ.Илъясов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019