Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МОРТАЗИН Хәйрулла Хәбибулла улы

Просмотров: 734

МОРТАЗИН Хәйрулла Хәбибулла улы (4.1.1941, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны  Аҙнаш а. — 15.11.2016, Өфө), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1994), проф. (1995). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2003), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2008). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1965) шунда уҡ эшләй (1978—2013 йй. матем. анализ каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге квант механикаһы проблемаларына арналған. М. тарафынан Шрёдингер операторының дискрет спектры асимптотикалары, айырым сығарылмаларҙа операторҙар болартыуҙары спектры тикшерелгән, дөйөмләштерелә торған потенциалдар класындағы ике өлөшсәле оператор т‑да һөҙөмтәләралынған,4 виртуаль өлөшсәнең булыу шарттары һ.б. асыҡланған. Тикшеренеү һөҙөмтәләре квант химияһы, ядро физикаһы һәм акустика б‑са хеҙмәттәрҙә, Бөтә Союз геол. разведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми‑тикшеренеү һәм проект‑конструкторлыҡ ин‑тында (Октябрьский ҡ.) геол. һәм сейсмологик эштәр башҡарғанда файҙаланылған. 70‑кә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (2011).

Хеҙм.: Спектральный анализ многочастичного оператора Шрёдингера. М., 1988 (авторҙ.).

А.М.Әхтәмов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Портрет: Х.Х.Мортазин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019