Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘСКӘҮ ТЕХНОЛОГИЯЛАР ҺӘМ ИДАРА ИТЕҮ УНИВЕРСИТЕТЫ

Просмотров: 1081

МӘСКӘҮ ТЕХНОЛОГИЯЛАР ҺӘМ ИДАРА ИТЕҮ УНИВЕРСИТЕТЫ. Мәләүез ҡ. филиалы 1995 й. уҡыу-консультация пункты булараҡ асыла, 1997 й. алып вәкиллек, 1998 й. — К.Г.Разумовский ис. Мәскәү дәүләт технологиялар һәм идара итеү ун-ты филиалы. Составына 6 кафедра, 4 бүлек, 2 ғилми‑тикшеренеү һәм 20 уҡыу лаб., 2 ғилми‑тикшеренеү үҙәге һ.б. инә. 10 компьютер класы, китапханаһы, спорт һәм тренажёр залдары, музейы һ.б. бар. Тамамлаусыларға бакалавр, магистр квалификацияһы бирелә. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә 16 йүнәлеш б‑са алып барыла: технологик процестарҙы һәм производстволарҙы автоматлаштырыу, менеджмент, продукция технологияһы һәм йәмәғәт туҡланыуын ойоштороу, техник системаларҙа идара итеү, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу, иҡт., юриспруденция һ.б. Уҡытыусылар араһында 3 фән д‑ры һәм 43 фән канд. (2014). Филиал хеҙм‑рҙәре тарафынан уйлап табыуҙарға 18 патент алынған (2005 й. алып). 2003 й. башлап 8 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2013). Филиал Ҡаҙағстандың, Нидерландтың, Польшаның һ.б. уҡыу йорттары м‑н хеҙмәттәшлек итә. Филиал базаһында “Башҡортостан—Германия” йәмғиәте бүлексәһе эшләй (2006 й. алып). 200‑ҙән ашыу дәреслек, уҡытыу‑методик әсбап, монография һ.б. ғилми хеҙмәт нәшер ителгән; “Мгновения” (“Мәл”) гәз. сығарыла. Дир. — А.Н.Мамцев (1997 й. алып). 

А.Н.Мамцев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина


 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019