Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МУСИН Илдар Хәмит улы

Просмотров: 884

МУСИН Илдар Хәмит улы (1.8. 1959, БАССР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Илек а.), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2004). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1981) Матем. ин‑тында: 1999 й. алып өлкән, 2004 й. — төп ғилми хеҙм‑р, 2015 башлап дир. вазифаһын башҡарыусы; бер үк ваҡытта 2002—08 йй. ӨДАТУ‑ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге комплекслы анализ, функциялар теорияһы, дифференциаль тигеҙләмәләр проблемаларына һ.б. арналған. М. тарафынан сикһеҙ дифференциалланыусы функ‑ цияларҙың ауырлыҡ арауыҡтары м‑н бәйләнгән һыҙыҡлы өҙлөкһөҙ функциялар арауыҡтары Фурье—Лаплас үҙгәртеүҙәре терминдарында өйрәнелгән, Паламодов—Эренпрайс б‑са LAU‑арауығы булмаған, аналитик бер тигеҙ арауыҡта эшләгән дифференциаль операторҙың ядроһы һ.б. тасуирланған. 40‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: О представлении бесконечно дифференцируемых функций рядами экспонент //Математические заметки. 2003. Т.73. Вып.3; Difference Eguations in Weighted Spaces of Sequences //Functiones et Approximatio. 2013. Vol.49. №2 (авторҙ.). 

В.В.Напалков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019