МУХАЧЁВА Элита Александровна
МУХАЧЁВА Элита Александровна (9.6.1930, Түб. Новгород ҡ. — 15.4. 2011, Өфө), математик. Техник ф. д‑ры (1984), проф. (1982). РФ‑тың (1992), БАССР‑ҙың (1985) атҡ. фән эшмәкәре. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1952) ш. уҡ эшләй, 1953 й. алып ӨНИ‑лә, 1956 й. — Урал политехник ин‑тында (Свердловск ҡ.), 1958 й. — ӨДАТУ‑ла: 1966—73 йй. һәм 1977 й. алып юғары матем., 1984—98 йй. — хисаплау матем. һәм кибернетика каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге хисаплау математикаһы, оптималь бесеү һәм төрөү проблемаларына арналған. М. тарафынан күпләп етештергәндә гильотина м‑н бесеүҙең аныҡ һәм яҡынса ысулдары, бесеү‑төрөү пландарын конструкциялау ысулдары табыла һәм был операция алгоритмдарының һөҙөмтәлелеге тикшерелә; деталдәрҙе берәмләп һәм аҙ сериялы етештергәндә һыҙыҡлы һәм ортогональ бесеү һәм төрөүҙе оптималләштереү проблемаларын хәл итеүҙең метаэвристик ысулы тәҡдим ителә. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Х е ҙ м.: Рациональный раскрой промышленных материалов. Применение АСУ. М., 1984; Математическое программирование. Новосибирск, 1987 (авторҙ.).
А.Ф.Вәлиева
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов