Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МУХИН Виктор Сергеевич

Просмотров: 695

МУХИН Виктор Сергеевич (16.2. 1938, Рыбинск ҡ.), инженер‑механик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2002), техник ф. д‑ры (1975), проф. (1978). РСФСР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1982), БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1979). ӨАИ‑ны тамамлаған (1962). 1956 й. алып Өфө моторҙар эшләү з‑дында эшләй, 1968 й. — ӨДАТУ‑ла: 1975—2003 йй. машиналар эшләү технологияһы каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1982 й. алып фәнни эштәр б‑са проректор, 1983—88 йй. ӨАИ эргәһендәге “Искра” махсус конструкторлыҡ-технологик бюроһы дир., 1995—2006 йй. БР ФА‑ның Техник фәндәр бүлегенең акад.‑секретары. Фәнни эшмәкәрлеге машина һәм авиадвигателдәр эшләү технологияһына арналған. М. тарафынан деталдәргә технологик форма биргәндә өҫкө йөҙ ҡатламы барлыҡҡа килеү механизмы, уның химик һәм структура‑фаза составының үҙгәреүе, ныҡлығының артыуы, кәмеүе һәм емерелеүе өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәрелгән, статик һәм юғары т-раларҙағы динамик һынауҙарҙың киң диапазонындағы релаксацион процестарҙың законлыҡтары асыҡланған һәм механизмы билдәләнгән. М. етәкс. ионлы имплантацияның, вакуум‑плазмалы ҡаплауҙарҙың һәм уларҙың моделдәрен әҙерләүҙең, оптималләштереүҙең фәнни тикшереү талап иткән технологиялары эшләнә. Уйлап табыуҙары БР‑ҙың һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең машиналар эшләү пр‑тиеларында осоу аппараттары двигателдәренең деталдәрен һ.б. изделиеларҙы етештергәндә ҡулланыла. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 22 уйлап табыу авторы. БР‑ҙың фән һәм техника өлк. Дәүләт пр. лауреаты (2007).

Х е ҙ м.: Проектирование авиационных газотурбинных двигателей. М., 2000 (авторҙ.); Интегрированные вакуумные ионно-плазменные технологии обработки деталей газотурбинных двигателей. 2-е изд., перераб. Уфа, 2004 (авторҙ.); Основы технологии машиностроения (авиадвигателестроение). Уфа, 2007.

 

В.В.Будилов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.09.2021
Шәхестәр:
0