Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НӘҘЕРШИН Альберт Сәхәп улы

Просмотров: 1853

НӘҘЕРШИН Альберт Сәхәп улы (7.5.1951, ТАССР‑ҙың Яңы Писмән а.), тау инженеры‑электрик. Техник ф. д‑ры (2003), проф. (2008). БР хеҙмәтләндереү тармағының атҡ. хеҙм‑ре (1996), РФ яғыулыҡ‑энергетика комплексының почётлы хеҙм‑ре (2002). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1973) Урал‑Себер магистраль нефть үткәргестәре идаралығында эшләй, 1981 й. алып КПСС‑тың район ком‑ты инструкторы, 1985 й. – Торлаҡ ремонтлау- эксплуатациялау производствоһы тресы идарасыһы, 1992 й. – Торлаҡ хужалығы һәм инженер тәьминәте идаралығы нач. (бөтәһе лә – Өфө), 1997 й. башлап “Газ‑сервис” ААЙ‑ның филиалы “Уфагаз” пр‑тиеһы дир., 2006 й. – ИПТЭР‑ҙа бүлек мөдире. 2009 й. алып “Газпром инвест Восток” ЯСЙ Төбәк производство идаралығында (Ленск ҡ.), бер үк ваҡытта Яҡут ун‑тында; 2013 й. – “Газпром” ААЙ‑нда (Мәскәү). 2015 й. башлап ӨДНТУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге магистраль газ торбаларын эксплуатациялау проблемаларына арналған. Н. тарафынан ҡоростан яһалған; үткәргес торбаларҙың сик хәлендә емерелеү процестары законлыҡтарын тасуирлаусы аналитик бәйләнештәр табылған; коррозия шарттарында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү ысулдары һәм саралары тәҡдим ителгән. Уйлап табыуҙары БР‑ҙың, РФ‑тың башҡа төбәктәренең үткәргес торба транспорты пр‑тиеларында индерелгән. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 3‑сө саҡырылыш депутаты. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (2005). Дуҫлыҡ орд. м-н бүләкләнгән (2004).

Х е ҙ м.: Обеспечение работоспособности трубопроводов. М., 2002; Разработка способов снижения опасности коррозионных разрушений газопроводов от действия блуждающих и наведённых токов. Уфа, 2002; Расчёты предельного состояния газопроводных труб с дефектами. М., 2002 (авторҙ.).

И.А.Нәғимова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Портрет: А.С.Нәҙершин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: