Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НАЗАРОВ Айрат Әхмәт улы

Просмотров: 983

НАЗАРОВ Айрат Әхмәт улы (1.10. 1959, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Байыш а.), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1999). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1981), СССР ФА БФ‑тың Физика һәм математика бүлегендә эшләй, 1985 й. алып ӨНИ‑лә, 1986— 2004 йй. һәм 2007 й. алып Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында: 1994 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1996—2003 йй. — сектор мөдире, 2007 й. — фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары; 2005— 2007 йй. — Перспективалы материалдар физикаһы ин‑ты дир. урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1999— 2008 йй. — ӨДАТУ‑ла, 2009 й. башлап БДУ‑ла уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре ныҡлыҡ һәм һығылмалылыҡ физикаһына, ш. иҫ. кристаллы төҙөлөш теорияһы һәм уның дефекттары моделдәрен яһауға, наноструктур материалдарҙы тикшереүгә һ.б. арналған. Н. тарафынан металдарҙағы бөртөктәр сигенең тигеҙ булмаған торошо, бөртөктәр сиге буйындағы диффузия теорияһы үҫтерелә, нано‑ материалдар структураһының моделе эшләнә. 130‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Nanostructured Materials //Handbook of Nanoscience, Engineering and Technology. Boca Raton [etc.] 2003 (авторҙ.); Modeling of Grain Boundary Structure in Nanostructured Materials //Severe Plastic Deformation: Toward Bulk Production of Nanostructured Materials. New York. 2006. 

А.П.Жиляев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019