Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НАЗАРОВ Василий Фёдорович

Просмотров: 874

НАЗАРОВ Василий Фёдорович (23.5.1942, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Шемәк а. — 25.4.2019, Өфө), физик. Техник ф. д‑ры (2002). БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (2001). БДУ‑ны тамамлаған (1970). 1961 й. алып 40‑сы почта йәшниге пр‑тиеһында, 1964 й. – 2‑се Дәүләт союз з‑дында (икеһе лә — Өфө), 1966 й. алып һәм 1981 й. – БДУ‑ла, 1977—81 йй. “Коминефтегеофизика” тресында (Усинск ҡ.) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге нефть ятҡылыҡтарын эшкәрткәндә скважиналарҙы геофизик тикшереүҙе үҫтереү проблемаларына арналған. Н. тарафынан скважиналарҙың техник хәлен тикшереүҙең, ятҡылыҡтарҙы экологик мониторингылауҙың фәнни‑методологик нигеҙҙәре эшләнгән, скважиналағы шыйыҡлыҡ ағымының тиҙлеген билдәләү проблемаһы хәл ителгән. Уйлап табыуҙары РФ пр‑тиеларында индерелгән. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 17 уйлап табыу авторы.

Р.А.Вәлиуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 05.11.2019