Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НАЗАРОВ Владимир Дмитриевич

Просмотров: 1090

НАЗАРОВ Владимир Дмитриевич (4.9.1940, Борисов ҡ.), инженер-электро-физик. Техник ф. д‑ры (1996), проф. (2008). БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1999), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2000). Ленинград политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1964), Электро-физик аппаратура ҒТИ‑нда, 1967 й. алып Радиодеталдәр эшләү ҒТИ‑нда эшләй (икеһе лә — Ленинград). 1969 й. алып ӨДНТУ‑ла (1986—91 йй. һыу м‑н тәьмин итеү һәм канализация каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге электрохимия, тәбиғи һәм ағынты һыуҙарҙы коллоидлы химик юл м‑н таҙартыу, ерҙәрҙе яңыртыу мәсьәләләрен хәл итеүгә арналған. Н. тарафынан һыу таҙартыуҙың энергия һаҡлаусы технологияһы, һыу таҙартыу ҡорамалдары, фильтрлаусы һәм сорбирлаусы актив материалдар, таҙартыу ҡоролмалары һ.б. уйлап табылған, улар БР‑ҙың һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең сәнәғәт һәм коммуналь хужалыҡ пр‑тиеларында индерелгән. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 100‑ҙән ашыу уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Новые методы в технологии очистки воды. Уфа, 1989; Водоснабжение в нефтедобыче, 2-е изд., перераб. Уфа, 2010 (авторҙ.). 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019