НАПАЛКОВ Валентин Васильевич
НАПАЛКОВ Валентин Васильевич (30.7.1941, Горький ҡ.— 20.10.2021, Өфө ҡ.), математик. РФА‑ның мөхбир ағзаһы (1990), БР ФА академигы (1991), физика‑математика фәндәре докторы (1977), профессор (1980). Горький университетын тамамлағандан һуң (1964) шунда уҡ эшләй. 1971 й. алып Математика институтында: 1972 й. — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1978 й. — комплекслы анализ бүлеге мөдире, 1988 й. — директор, 2015 й. алып функциялар теорияһы бүлеге мөдире, бер үк ваҡытта 1972 й. алып БДУ‑ла уҡыта, 1987 й. — функциялар теорияһы һәм функциональ анализ кафедраһы мөдире, 1991—93 йй. БР ФА‑ның вице‑президенты һәм 2006—11 йй. Физика‑математика һәм техник фәндәр бүлегенең академик‑секретары, 1996 й. алып ӨДАТУ‑ла математиканың махсус бүлектәре кафедраһы мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге комплекслы анализ теорияһы һәм уның ҡушымталарына арналған. Н. тарафынан голоморф функцияларҙың көпшә кеүек күмәклектәрҙә дауам ителеүе тураһындағы теоремаһы иҫбатланған, күп үлсәүле арауыҡтарҙағы төрөлөү тигеҙләмәләре мәсьәләләрен сисеүҙең эффектив ысулы эшләнгән. Күп үлсәүле комплекслы анализ буйынса ғилми мәктәпкә нигеҙ һалыусы. 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орденының миҙалы менән бүләкләнгән (1999).
Хеҙм.: Уравнения свёртки в многомерных пространствах. М., 1982.
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов