Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НИЗАМЕТДИНОВ Шамил Рауил улы

Просмотров: 769

НИЗАМЕТДИНОВ Шамил Рауил улы (18.4.1959, БАССР‑ҙың Иглин р‑ны Иҫке Ҡобау а.), инженер‑төҙөүсе. Техник ф. д‑ры (1994), проф. (1998). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1981) Сәнәғәт төҙөлөшө ҒТИ‑нда эшләй, 1986 й. алып Әстерхан балыҡ сәнәғәте техник ин‑тында, 1991 й. – Мәскәү т. юл транспорты инженерҙары ин‑тында, 1994—2002 йй. ӨДНТУ‑ла (1999 й. башлап төҙөлөш эштәре технологияһы һәм фундаменттар каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге төҙөлөш механикаһы һәм фундаменттар һалыуға, автоматлаштырылған проектлау системаларын уйлап табыуға арналған. Н. тарафынан тышҡы тәьҫирҙәрҙән һуң ҡоролмаларҙы тергеҙеү мәсьәләләрен сисеүҙең һанса ысулдары табылған, ҡатмарлы арауыҡ ҡоролмаларын иҫәпләп сығарыу процесы автоматлаштырылған. Уйлап табыуҙары БР‑ҙың һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең торлаҡ‑гражданлыҡ төҙөлөшө пр‑тиеларында индерелгән. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Численные методы решения задач восстановления воздействий на сооружения. М., 1993. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019