Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НЕПТУН, планета

Просмотров: 725

НЕПТУН, Ҡояштан алыҫлығы б‑са 8‑се урында торған планета. Ҡояштан уртаса алыҫлығы 4496 млн км (30,06 а.б.). Сидерик әйләнеү периоды 164,8 йыл. Күсәре тирәләй әйләнеү периоды 16 сәғ. 06 минут. Әйләнеү күсәренең орбита буйлап хәрәкәте яҫылығына ауышлығы 60°25′. Диам. 49 мең км. Массаһы 1,024•1026 кг. Уртаса тығыҙлығы 1,76•103 кг/м3. Атмосфераһының химик составы: водород, гелий, аҙ күләмдә метан һ.б. Н. — газдан торған гигант планета, туңған һыуҙан, метандан һәм аммиактан торған боҙ мантияһы м‑н уратылған таш ядроһы бар. Н. атмосфераһында үҙгәреп торған структуралы болоттар була. Н. планетаның әйләнеүенә ҡаршы, көнбайыш йүнәлештә тиҙлеге 2200 км/сәғ еткән елдәр иҫә. Планетаның магнит күсәре әйләнеү күсәренә ҡарата 47° мөйөш яһап ауышҡан. 13 юлдашы (иң ҙурҙары Тритон һәм Нереида, 394,7 мең км һәм 6,2 млн км алыҫлыҡта әйләнәләр) һәм ҡулсалар системаһы булы‑ уы билдәле. Н. күк йөҙөндә яҡынса 8‑се йондоҙ дәүмәлендәге йондоҙ кеүек күренә. Башҡортостан терр‑яһында Н. Ҡояштан алыҫлашҡан сағында бинокль йәки телескоп ярҙамында күҙәтергә була. 

У.Ш.Баязитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019