Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НИҒМӘТУЛЛИН Роберт Искәндәр улы

Просмотров: 1338

НИҒМӘТУЛЛИН Роберт Искәндәр улы (17.6.1940, Мәскәү), инженер-механик, математик. РФА‑ның (1991), БР ФА‑ның (1997) акад., физика‑матем. ф. д‑ры (1971), проф. (1974). Тереғоловтар нәҫеленән, И.Н.Ниғмәтуллиндың улы. Н.Э.Бауман ис. Мәскәү юғары техник уч‑щеһын (1963), МДУ‑ны (1965) тамамлаған. 1963 й. алып МДУ‑ның Механика ин‑тында эшләй: 1970 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1974 й. – лаб. мөдире. 1986 й. алып Төмән ҡ.: РФА Себер бүлексәһенең Себерҙе үҙләштереү проблемалары ин‑ты дир. урынбаҫары, бер үк ваҡытта Төмән ун‑тының күп фазалы системалар механикаһы каф. мөдире, 1990—95 йй. РФА Себер бүлексәһенең Күп фазалы системалар механикаһы ин‑ты директоры. 1993—2006 йй. РФА‑ның Өфө ФҮ Президиумы рәйесе, 1995—2004 йй. БР ФА‑ның президенты. 2006 й. башлап Мәскәүҙә: РФА‑ның Океанология ин‑ты дир., бер үк ваҡытта 2010 й. алып МДУ‑ның газ һәм тулҡын динамикаһы каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре йылылыҡ физикаһы, күп фазалы системалар механикаһы, акустика, яныу һәм шартлау физикаһы, ядро физикаһы һәм химик физика проблемаларына һ.б. арналған. Н. тарафынан күп фазалы системалар механикаһының хәҙ. заман концепцияһы эшләнгән, күп фазалы мөхиттәрҙең хәрәкәтен тасуирлау өсөн арауыҡта уртасалау нигеҙләнгән; яйлатып кокслау ҡулайламаһындағы углеводород сеймалын йылытыу өсөн тәғәйенләнгән торба һымаҡ мейестәрҙең коксландырыу механизмы асыҡланған (В.Ш.Шаһапов һ.б. м‑н берлектә), интенсив акустик тәьҫир аҫтында шыйыҡлыҡ ҡыуыҡсалары эсендәге газдың үтә ныҡ ҡыҫылыуы ысулы (Шаһапов, И.Ш.Әхәтов һ.б. м‑н берлектә) һ.б. уйлап табылған. Н. тарафынан эшләнгән моделдәр һәм иҫәпләп сығарыу методикалары яңы техника объекттарын проектлағанда, атом энергетикаһы ҡулайламаларында, үткәргес торба транспортында һ.б. янар һәм янмаусы системаларҙың ике фазалы ағымы булған ҡоролмаларында авария ситуацияларын анализлау һ.б. өсөн файҙаланыла. Н. тарафынан күп фазалы мөхиттәр механикаһы өлкәһендә ғилми мәктәп асылған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 21 уйлап табыу авторы. РФ Дәүләт думаһының 3‑сө саҡырылыш, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 1— 2‑се саҡырылыш депутаты. СССР‑ҙың Дәүләт пр. (1983), Ленин комсомолы пр. (1973), РФА Себер бүлексәһенең 1‑се дәрәжә пр. (1990), РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге пр. (2012) лауреаты. Почёт (2000), 4‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2011) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Основы механики гетерогенных сред. М., 1978; Динамика многофазных сред: в 2 ч. М., 1987. 

 

С.Ф.Урманчеев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.09.2021