Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НОВОКШЕНОВ Виктор Юрьевич

Просмотров: 1018

НОВОКШЕНОВ Виктор Юрьевич (9.10.1951, Свердловск ҡ.), математик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2001), физика‑матем. ф. д‑ры (1988), проф. (1996). Урал дәүләт ун‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1974) Математика ин‑тында эшләй: 1981 й. алып өлкән, 1988 й. – төп, 1994 й. башлап hәм 2014 й. – баш ғилми хеҙм‑р, 1997 й. алып матем. физика бүлеге мөдире, бер үк ваҡытта 1976—79 йй. БДУ‑ла hәм 1996—2013 йй. ӨДАТУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге солитондар теорияһына һәм математик физиканың һыҙыҡлы булмаған дифференциаль тигеҙләмәләрен интеграллау теорияһына арналған. Н. тарафынан Пенлеве трансценденттары өсөн асимптотикалар бәйләнешенең асыҡланған формулалары табылған һәм төрлө солитон тигеҙләмәләрен сисеү өсөн ҙур ваҡыттарҙағы асимптотикалар иҫәпләп сығарылған. 85‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Введение в теорию солитонов. Ижевск, 2002; Трансценденты Пенлеве. Метод задачи Римана. Ижевск, 2005 (авторҙ.); The Isomonodromic Deformation Method in the Theory of Painleve Eguations. London; Heidelberg, 1986 (авторҙ.).

 

Л.А.Калякин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.09.2021
Шәхестәр:
0