Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НОВОСЁЛОВ Владимир Викторович

Просмотров: 675

НОВОСЁЛОВ Владимир Викторович (15.2.1956, Мәскәү өлк. Павельцево ҡсб), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1996). РФ‑тың почётлы газ сәнәғәте хеҙм‑ре (1998). В.Ф.Новосёловтың улы. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1982) шунда уҡ эшләй (1997 й. алып гидравлика һәм гидромашиналар каф. мөдире). 2001 й. башлап Мәскәүҙә. Фәнни тикшеренеүҙәре магистраль нефть‑газ үткәргестәрен проектлауға һәм файҙаланыуға арналған. Н. тарафынан ҡатмарлы геогидрологик шарттарҙа һалынған магистраль үткәргес торбаларҙы файҙаланыуҙың йылылыҡ‑гидравлик режимдары тикшерелгән. Уның тарафынан газ конденсатын ташығанда торба эсендә ултырмалар барлыҡҡа килеүен прогнозлау, авариялар ваҡытында юғалтылған продукттың күләмен билдәләү ысулдары табылған, улар БР‑ҙың һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең нефть һәм газ сәнәғәте пр‑тиеларында индерелгән. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Башҡ‑н комсомолы пр. лауреаты (1987).

Х е ҙ м.: Теплообмен подземного трубопровода с внешней средой в сложных гидрологических условиях. М., 1992 (авторҙ.); Трубопроводный транспорт нестабильного газового конденсата. М., 1994 (авторҙ.); Прогнозирование коррозионно-механических разрушений магистральных трубопроводов. М., 1997 (авторҙ.). 

А.А.Коршак

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019