Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НУҒАЕВ Рәйес Йәнфүр улы

Просмотров: 802

НУҒАЕВ Рәйес Йәнфур улы (15.5.1931, Өфө) тау инженеры. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), техник ф. д‑ры (1989), проф. (1992). БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1976),  СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1991), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1991). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1954) “Туймазанефть” тресында (Октябрьский ҡ.) эшләй: 1958 й. тиклем участка нач., 1964 й. башлап промысла мөдире. 1965 й. алып Өфөлә: “Башнефть” ПБ‑ның  баш инженеры, 1966 й. — үҙәк ғилми‑тикшеренеү лаб. нач., 1968 й. – Көнсығыш хәүефһеҙлек техникаһы һәм сәнәғәт санитарияһы ҒТИ‑нда, 1992 й. – Нефть производствоһының ғәмәли экологияһы проблемалары ҒТИ‑нда дир., 1994 й. — БР ФА‑ның Экологик фәнни‑техник ассоциацияһы дир., бер үк ваҡытта 1990—2010 йй. ӨДНТУ уҡытыусыһы; 2012—18 йй. Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында баш ғилми хеҙм‑р. Фәнни эшмәкәрлеге нефть һәм газ сығарыу техникаһына һәм технологияһына арналған. Н. тарафынан нефть сығарыуҙы интенсивлаштырыу, бер скважина ярҙамында айырым нефть ҡатламдарын бер үк ваҡытта файҙаланыу технологиялары, нефть промыслалары объекттарының экологик һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү ысулдары, нефть скважиналарын  торба арты арауығы аша тикшереү өсөн ҡорамалдар, насос‑компрессор торбаларының парафинланыуы м‑н көрәшеү ысулдары һ.б. уйлап табыла. Асыштары БР‑ҙың, РФ‑тың һәм БДБ илдәренең нефть промыслаларында индерелгән. 270‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 65 уйлап табыу авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1984).

Хеҙм.: Одновременная раздельная эксплуатация скважин на нефтепромыслах Башкирии. Уфа, 1970 (авторҙ.); Эргономика при бурении и ремонте скважин. М., 1988 (авторҙ.); Безопасная эксплуатация нефтепромысловых объектов. М., 1990 (авторҙ.).

 

К.С.Баймөхәмәтов 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

  

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.09.2021
Шәхестәр:
0