Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПАРАМЕТРҘАРҘЫ БАҺАЛАУ

Просмотров: 1057

ПАРАМЕТРҘАРҘЫ БАҺАЛАУ, билдәһеҙ параметрҙы үлсәү хаталарының ихтимал бүленеше т‑дағы фараздар моделен файҙаланып, һайланманың ҡиммәттәре б‑са яҡынса билдәләү. П.б. маҡсаты — осраҡлы яңылышыуҙарға дусар булған бер иш күҙәтеүҙәрҙең һөҙөмтәләре б‑са физик, техник, иҡт. һ.б. параметрҙарҙы билдәләү. П.б. нөктәләр йәки интервалдар аша баһалау ярҙамында башҡарыла. П.б. билдәле бер һандағы күҙәтеүҙәр төркөмө йәки (күҙәтеүҙәр һанын арттырырға мөмкин булған ваҡытта) ҙурая барған төркөм б‑са (күҙәтеүҙәр һаны күберәк булғанда, баһалау ҡим‑ мәттәре билдәһеҙ параметрҙарҙың ҡиммәтенә яҡынлаша) башҡарыла. Башҡортостанда П.б. теорияһы б‑са тикшеренеүҙәр 1974 й. алып Матем. ин‑тында үткәрелә (Н.Ҡ.Бәкеров). Стационар бәйләнешле күҙәтеүҙәр өсөн локаль асимптотик ғәҙәтилек, ҡайһы бер классик параметр баһаларының оптималлеге, приборҙар системаһының өҙлөкһөҙ эшләй алыу ихтималлығының гарантияланған баһалары, аныҡлыҡтары бер иш булмаған күҙәтеүҙәр өсөн ышаныс интервалдарын төҙөгәндә файҙаланылған Стьюдент бүленешенең оптималь үҙсәнлеге иҫбатланған. БДУ‑ла регрессион мәғлүмәт моделдәренең параметрҙарҙын баһалау тикшерелгән (Р.Р.Әхмәтйәнов).

Әҙәб.: И б р а г и м о в И.А., Х а с ь м и н с к и й Р.З. Асимптотическая теория оценивания. М., 1979.

Н.Ҡ.Бәкеров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: