Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЫРЫМБУР ДӘҮЛӘТ УНИВЕРСИТЕТЫ

Просмотров: 973

ЫРЫМБУР ДӘҮЛӘТ УНИВЕРСИТЕТЫ. Өфө филиалы 1995 й. Өфө уҡыу‑консультация пункты булараҡ асыла, 1997 й. алып аҙыҡ‑түлек производстволары ф‑ты, 1999 й. башлап филиал, 2015 й. ябыла. Уҡытыу‑методик бүлеге, ғилми‑методик советы, китапханаһы һ.б. була. Уҡытыу ситтән тороп уҡыу формаһында аҙыҡ‑түлек производстволары машиналары һәм аппараттары; бухгалтерия иҫәбе, анализ һәм аудит; иген һаҡлау һәм эшкәртеү технологияһы; икмәк, кондитер һәм макарон изделиелары технологияһы; пр‑тиела (аҙыҡ‑түлек сәнәғәтендә) иҡтисад һәм идара итеү; сифатты тикшереү; әсетеү производстволары технологияһы һәм шарап эшләү һөнәрҙәре б‑са алып барыла. Уҡытыусылар араһында 7 фән д‑ры һәм 21 фән канд. була (2014). Уйлап табыуҙарға 78 авторлыҡ таныҡлығы һәм патент алына. 2 меңгә яҡын белгес әҙерләнә (2014). Филиал Белорус дәүләт ун‑ты һәм Көнбайыш Ҡаҙағстан аграр‑техник ун‑ты м‑н хеҙмәттәшлек итә. 2003 й. башлап 540‑ҡа яҡын уҡытыу‑методик әсбап нәшер ителә, 85 электрон уҡытыу‑методик комплекс эшләнә. Дир.: Д.М. Ҡыуатов (1995 й. алып), И.Ф. Ғәбиҙуллин (2005 й. алып).

Күмертау филиалы 2003 й. асыла. Филиал составына 2 ф‑т (төҙөлөш һәм транспорт‑энергетика) инә. Йылылыҡ һәм энергия һаҡлау б‑са ғилми‑белем биреү үҙәге, китапханаһы, музейы, редакция‑нәшриәт, мәғлүмәт технологиялары һәм өҫтәлмә проф. белем биреү бүлектәре, спорт‑мәҙәни комплексы һ.б. бар. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу формаларында 4 әҙерлек йүнәлеше б‑са алып барыла. Уҡытыусылар араһында 6 фән д‑ры һәм 33 фән канд. бар (2014). Уйлап табыуҙарға 22 авторлыҡ таныҡлығы һәм патент алына. 1,4 меңгә яҡын белгес әҙерләнә (2014). Филиал Мәскәү энергетика ин‑ты һәм Һамар дәүләт архитектура‑төҙөлөш университеты м‑н хеҙмәттәшлек итә. 100‑ҙән ашыу монография һәм уҡытыу‑методик әсбап нәшер ителә. “Педагогическое проектирование” (“Педагогик проекттар төҙөү”) ж. сығара. Дир.: В.А.Анищенко (2003 й. алып), Т.В.Сазонова (2016 й. алып).

В.А.Анищенко, И.Ф.Ғәбиҙуллин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: