Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МЕОС Владислав Эдуардович

Просмотров: 965

 

МЕОС Владислав Эдуардович (6.5.1940, Силәбе ҡ. — 19.10.2020, Өфө ҡ.), рәссам. БР‑ҙың халыҡ (2007) һәм атҡаҙанған (1994) рәссамы. Рәссамдар союзы (1980), Журналистар союзы (1995) ағзаһы. В.Ф.Меостың улы. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған (1966; педагогтары А.М.Кудрявцев, Л.В.Кузнецов). Урыҫ реалистик сәнғәте һәм башҡ. пейзажы мәктәбе традицияларын эҙмә‑эҙлекле үҫтерә. Әҫәрҙәренең төп темаһы — Башҡортостан тәбиғәте. Пейзаждарына (“Ямғыр яуып үтте”, 1974; “Беренсе ҡар”, 1985; “Август ямғырҙары”, 1991) образдарҙың лирик йүнәлешлелеге хас; уларҙа автор тыуған еренең мәңгелеген иҫбатлай. Өфө ҡ. арналған (“Эш иртәһе”, 1974; “Ағиҙелдә ташҡын”, 1978; “Ҡариҙелдә. Апрель”, 1981 һ.б.), ер образын юғары, йәнле итеп һүрәтләгән эштәрендә (“Туҡландырыусы ер”, 1977; “Һөрөнтө ер”, 1986; “Август”, 1992 һ.б.), шулай уҡ ижади сәйәхәттәр ваҡытында төшөргән картиналарында (“Волгоградтағы 138‑се дивизия штабы”, 1980; “Фалилей тыҡрығы”, 1984; “Новгород. Төнгө Кремль”, “Яҙ башы”, икеһе лә — 1992) ваҡыт һәм ваҡиғаларҙың алмашыныуы тураһында уйланыуҙары, Тыуған ил тормошона һәм тарихына мөнәсәбәте сағылдырылған. Шулай уҡ станокта башҡарылған графика өлкәһендә (акварель, ҡәләм, пастель һ.б.) эшләй. 1964 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнашҡан. Шәхси күргәҙмәләре: БР‑ҙа һәм РФ ҡалаларында 70‑тән ашыу. Эштәре БДХМ, Милли музей, Өфө художество галереяһы (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары), Эске эштәр министрлығы музейы, Тубыл картиналар галереяһы коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Х е ҙ м.: Светлый снег памяти. Уфа, 2002.

Әҙәб.: Владислав Меос. Живопись. Графика: альбом‑кат. Уфа, 2005. 

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

В.М.Сорокина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 28.09.2022