Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НАТЮРМОРТ

Просмотров: 935

НАТЮРМОРТ (фр. nature morte), һынлы сәнғәт (башлыса станокта башҡарылған рәсем сәнғәтендә, графикала) жанры; ғәҙәттә, тормош‑көнкүреш мөхитендә ҡулланылған һәм төркөмләп урынлаштырылған әйберҙәрҙе һүрәтләү. Н. кеше, хайуан, ҡош, бөжәктәр һүрәтләнгән булырға мөмкин. Унда сағылдырылған әйберҙәр үҙ аллы йөкмәткегә эйә; был жанр әҫәрҙәрендә предметтарҙың төҙөлөшөнә һәм деталдәренә, фактураһына һәм уларҙың урынлашыуына, пластик һүрәтләнешенә ҙур иғтибар бүленә. Н. шулай уҡ әйберҙәр, уларҙың хужаһының соц. хәле һәм тормош рәүеше т‑да мәғлүмәт бирә ала, йәшерен мәғәнәһе булыуы арҡаһында кәүҙәләндерелгән образ хаҡында күп фекерҙәр, сағыштырыуҙар бар‑ лыҡҡа килеүгә сәбәпсе була. Башҡ. һынлы сәнғәтендә Н. жанры 20 б. башында үҫеш ала. 1916—17 йй. Өфө сәнғәт түңәрәге күргәҙмәләрендә бәләкәй Н. күрһәтелә. Был жанрҙа тәүге әһәмиәтле әҫәрҙәр 20‑се йй. урыҫ реалистик мәктәбе рәссамдары ижадында күренә башлай. “Натюрморт” (“Көнсығыш натюрморты”, 1920; киндер, темпера), “Пирожныйҙар һәм кәнфиттәр” (1940 йй.; быяла, майлы буяу) композицияларында А.Э.Тюлькин донъяның матурлығын сағылдыра, формалар, фактуралар, төҫтәрҙең төрлөлөгөн күрһәтеп, әҫәрҙәренең гармониялы бөтөнлөгөнә ирешә. Предметтарҙы уратып алған мөхиттән айырым йәки бүлмә интерьерында сағылдырыуҙан тыш, Тюлькин икенсе бер тенденция барлыҡҡа килтерә: “Гортензиялар” (1920) картинаһында һәм 50—60‑сы йй. байтаҡ эштәрендә Н. м‑н пейзажды образ һәм һүрәт йәһәтенән берләштерә һәм әҫәрҙәре‑ нең мәғәнәүи тасуирланыш сиктәрен киңәйтеп ебәрә. Ошо уҡ композицион хәл ителеште ҡулланып Ҡ.С.Дәүләткилдеев “Башҡорт өйөнөң күтәрмәһе” акварель эшендә (1928) милли көнкүреш әйберҙәрен пейзаж фонында һүрәтләй. 20—30‑сы йй. төшөрөлгән “Ирис сәскәләре”, “Кактус һәм көршәк менән натюрморт” эштәрендә ул виртуоз һүрәт, еңел акварель буяҡтар ярҙамында үҫемлек донъяһының ҡабатланмаҫ матурлығын һәм нескәлеген сағылдыра. 20—50‑се йй. М.Н.Елгаштинаның акварель Н. ғәмһеҙ тыныслыҡты, сафлыҡты кәүҙәләндерә һәм нәфис пластика, төҫтәрҙең ярашыуы м‑н айырылып тора (“Умырзаялар”, “Ҡыҙыл тал”). Н. жанрына В.С.Сыромятников (“Таҡыябаш”, 1925), Л.В.Лезенков (“Натюрморт”, 1926; фанера, майлы буяу) һ.б. мөрәжәғәт итә; ҡатмарлы поста‑ новкалар м‑н ҡыҙыҡһынған П.М.Лебедев ижадында Н. ҙур урын биләй; уның рәсемдәренә һәм акварелдәренә йылдам буяҡтар, пластик формалар аша сағылдырылған эске дина‑ мика, хислелек хас (“Натюрморт”, 1952). В.П.Андреев әҫәрҙәре тамашасыны һуғыштан һуңғы йылдар атмосфераһына күсерә, уның эштәре ихласлығы, төҫтәр һәм ритмика тынлығы м‑н йәлеп итә (“Умырзаялар”, 1945; “Асыҡ тәҙрә”, 1946). Н. рәсем асылы м‑н ҡыҙыҡһыныу Т.П.Нечаеваның эштәрендә асыҡ сағыла: улар тойғоларҙың, төҫтәрҙең байлығы м‑н тулы (“Көмөш батмус менән натюр‑ морт”, 1946; “Уралдың байлыҡтары”, 1948). 20 б. 2‑се ярт. Н. жанры үҫешенең яңы этабы Ә.Х.Ситдиҡова ижадында сағылыш таба, ул халыҡ тормошо, милли йола темаларына мөрәжәғәт итә (“Батырҙың ҡоралы”, 1974; “Ҡурай”, 1982; “Елән менән натюрморт”, 1986); башҡ. туҡыма‑ ларының сағыу төҫтәге буяуҙары, орнамент һыҙыҡтары әҫәрҙәренең стилистикаһын билдәләп тора. Ә.Ф.Лотфуллин рәсемдәре халыҡ көнкүреше ысынбарлығын һүрәтләй (“Картуф менән натюрморт”, 1956; “Көршәк менән натюрморт”, 1970). Рәссам В.Н.Пегов эштәрендә уның ауыл тормошона ҡарата тулҡынландырғыс ҡарашы ярылып ята (“Тирмән менән натюрморт”, 1974). В.П.Пустарнаковтың “Лимон менән натюрморт” (1968) рәсеменә тормоштоң ҡаҡшамаҫ нигеҙе, беҙҙе уратып алған әйберҙәрҙең әһәмиәтле булыуы т‑да фекер һалынған. Һынлы сәнғәттә (“Балсыҡ һауыт”, 1976) һәм графикала (“Көнбағыш менән натюрморт”; ҡағыҙ, пастель; 1980‑се йй.) Н. тартылған Е.А.Захарова төҫтәрҙең килешле ярашыуы м‑н айырылып торған рәсемдәр төшөрә. “Йөрәк иҫтәлеге” (1970) эшендә Н.А.Русских һуғышта юғалтҡан көрәштәштәре т‑да иҫтәлектәрҙе композицияла кәүҙәләндерә, һәр бер предмет әҫәрҙең идеяһын асыуға булышлыҡ итә. Был осорҙа ижад иткән байтаҡ рәссамдарҙың ижадында традицион Н. пейзаж м‑н бергә бирелә. Б.Ф.Домашниковтың сағыу, бай тондарға ҡоролған, үтә күренмәле буяуҙар м‑н төшөрөлгән рәсемдәрендә сәскә атҡан тормош образы күҙ алдына баҫа (“Ҡәнәферҙәр”, 1972; “Сирень”, 1974). Ҡыҫҡа аңлайышлы формалар, ҡуйы буяуҙар ҡулланырға яратҡан А.Д.Бурзянцевтың эштәрендә йәшәйештең илһамлы асылы сағыла (“Гладиолустар”, 1963; “Кактустар”, 1985). В.А.Поздновтың (“Баҡса еләге менән натюрморт”, 1991), Ф.А.Кащеевтың (“Урман сәскәләре һәм ҡурай еләге”, 1994) эштәре йәйге хуш еҫтәр м‑н тулы, тойғо һәм формалар гармонияһы м‑н айырылып тора. Биҙәктәргә һәм хис‑тойғоларға бай картиналарында (“Купавницалар менән натюрморт”, 1978) С.А.Литвинов тәбиғәттең йәшәү көсөн сағылдыра, байтаҡ композицияларында тәбиғәтте һаҡлауға өндәй (“Ҡанаттар менән натюрморт”, 1984). А.В.Пантелеевтың прогресс һөҙөмтәһендә боҙолған донъяны күрһәткән Н. ауыр кисерештәр аша яҙылған: уның 60— 70‑се йй. монстр‑балыҡтары, ҡороған үҫемлектәр (“Агава”, 1980), геом. формалары, төҫтәрҙең көсөргәнешле гаммаһы емергес цивилизацияның хәүефле символдары булараҡ ҡабул ителә. С.Б.Красновтың ижады фәлс., публицистик йүнәлеше м‑н айырыла. Экология һәм цивилизация мәсьәләләре т‑да уйланған рәссамдың донъяны сағыштырыуҙар аша аңлауы метафизик композицияларында (“Һыу көнө”, 1986; “Балыҡтың тынысһыҙ йоҡоһо”, 1987) сағыла. Уның гипер‑реализм (магик реализм) принциптарына нигеҙләнгән сәнғәте 20 б. аҙ. — 21 б. башындағы Н. бер йүнәлеше булып тора. Р.С.Хәбировтың компо‑ зициялары (“Самауыр һәм ҡыңғырауҙар”, 2001) лирик йөкмәткеле, улар ысынбарлыҡ иллюзияһын сағылдырған предметтар фактураһын, яҡты‑ лыҡ эффектын ентекләп һүрәтләүе м‑н айырылып тора. И.Х. Нәсибуллиндың рәсемдәре тәбиғәт донъяһына бәйле һәм пленэр сәнғәте принциптарына ярашлы, “Флора балалары” (2003—06) серияһында яҡтылыҡ һәм күләгә ярҙамында ҡатмарлы форма барлыҡҡа килтерә. С.В.Маджарҙың ижадын нескә оҫталыҡ, эстетизм билдәләй, уның эштәре (“Сирень һәм Анна Ахматова портреты менән натюрморт”, 1992) нәзәкәтле төҫтәр гаммаһы м‑н һоҡландыра. Н.Л.Пегановтың “наив” стилендәге һүрәттәрендә төшөрөлгән боронғо предметтар һағыш тойғолары уята (“Иртәнге сәй”, 1992). Р.М.Абдуллин, А.А.Дворник, Г.В.Карпов, В.А. Панченко һ.б. реалистик әҫәрҙәрендә Н. ижади тәьҫирлелеген көсәйтергә ынтылыу асыҡ күренә; И.И.Фартуковтың хис‑тойғоло картиналарына (“Һары шәлкем”, 1993) декоратив биҙәктәр айырым бер үҙенсәлек өҫтәп тора. 20 б. аҙ. — 21 б. башында Н. яңы һүрәтләү сараларын эҙләү күҙәтелә. Д.Н.Ишемғолов халыҡ тормошо сығанаҡтарына мөрәжәғәт итә. Уның сюжет, пластика, төҫтәр гармониялы ярашҡан Н. серияһында (“Самауыр”, 1996) 20 б. башындағы урыҫ авангарды һәм примитив сәнғәт йоғонтоһо һиҙелә. Р.М. Нәсибуллиндың экспрессияға бай эштәре ауыл тематикаһына арналған (“Ҡабаҡ менән натюрморт”, 2006). Концептуаль сәнғәт вәкилдәренә донъяны төҫтәр, форма символикаһы м‑н ассоциатив сағылдырырға ынтылыу хас: М.И.Дәүләтбаев (“Метафизик натюрморт”, 1996), С.Н.Игнатенко (“Байрам натюрморты”, 2001), Р.Х.Ғәйетов (“Көмөш ҡалаҡ менән бергамот тәме”, 2008). 1990—2000 йй. башында графикала Н. Л.Р.Ғәлимова, Т.А.Андреева, Л.З.Рәхмәтуллина, В.И.Суздальцев акварелдәрендә сағылыш таба; З.Ғ.Ғаянов һәм Р.М.Йәғәфәров пастель техникаһында эшләй. Башҡ. рәссамдарының Н. БДХМ, Тюлькин А.Э. йорт-музейы, һынлы сәнғәт галереялары коллекцияларында, РФ музейҙарында һәм галереяларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. 

В.М.Сорокина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019