ҒИЛМИ-ПРОИЗВОДСТВО ҮҘӘГЕ
ҒИЛМИ‑ПРОИЗВОДСТВО ҮҘӘГЕ. Өфөлә урынлашҡан. 1984 й. БАССР Мәҙәниәт министрлығы эргәһендә Ҡомартҡыларҙы һаҡлау производство төркөмө булараҡ ойошторола, 1990 й. алып Тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау һәм файҙаланыу б‑са Ғ.‑п.ү., 2001 й. — Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы һәм файҙаланыуы баш идаралығы, 2005 й. — БР‑ҙың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу б‑са Ғ.‑п.ү. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлауға йүнәлтелгән саралар үткәреү; фәнни, туристик‑экскурсия, нәшриәт, мәғлүмәт һәм реклама. Археология, тарихи‑архитектура һ.б. бүлектәре; архивы (мәҙәни мираҫ объекттары документтары һәм фотографиялары, археологик табылдыҡтар), китапханаһы бар.
А.Е.Григорьева
Тәрж. Ә.Ф.Ҡоҙабаева