Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НЕСТЕРОВ Михаил Васильевич

Просмотров: 1903

НЕСТЕРОВ Михаил Васильевич (31.5.1862, Өфө — 18.10.1942, Мәскәү), рәссам. РСФСР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1942). СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1942). Мәскәү рәсем сәнғәте, һәйкәл ҡойоу һәм төҙөү сәнғәте уч‑щеһында (1876—81, 1884—86; педагогтары В.Г.Перов, И.М.Прянишников) һәм Петербург Художестволар акад. (1881—83; педагогы П.П.Чистяков) уҡыған.

Н. ижадының төп һыҙаттары — юғары рухлы образдар тыуҙырыу, кешенең нескә йәшерен тойғоларын еткереү маһирлығы, 19 б. рәсем сәнғәтенең реализмын модерн йүнәлешенең һыҙаттары һәм стилләштерелгән формалары м‑н берләштергән яңы образлы пластик тел. Ижадының тәүге осоронда тормош‑көнкүреш жанрына тартыла: “Белгес” (1884), “Тапёр” (1885), “Ҡарт менән сабый” (1887). 80‑се йй. аҙ. алып дини‑әхлаҡи тема төп урынды биләй: “Дәрүиш” (1889), “Үҫмер Варфоломейға Илаһи зат күренеүе” (1890) һ.б. картиналарында үҙенең рухи идеалын – тыныс саф тәбиғәт м‑н килешеп йәшәгән баҫалҡы монах‑дәрүиш образын кәүҙәләндерә; “Изге Русь” (1904), “Христосҡа юл” (1911), “Русь илендә” (“Халыҡ рухы”; 1916) әҫәрҙәрендә Рәсәйҙе ҡотҡарыу юлын дини идеалдарҙы яңыртыу аша башҡарылырға тейешлеген иҫбатлай; старообрядсылар мөхитендәге ҡыҙҙың фажиғәле яҙмышы т‑да картиналар циклын (“Бөйөк монахлыҡ”, 1898; “Скитта ҡышын”, 1904 һ.б.) ижад итә. Лирик портреттар (“О.М.Нестерова”, 1905; “Е.П.Нестерова”, “Амазонка”; икеһе лә — 1906) һәм пейзаждар (“Ағиҙел йылғаһы”, 1909; “Аксаковтың тыуған ерендә”, 1914 һ.б.) авторы. Революциянан (1917) һуң дини‑фәлс. тематикаға 30‑ҙан ашыу картина: “Христостың үҫмергә фатиха биреүе” (1926), “Күк йөҙөн һаҡлаусылар” (1932), “Постың һуңғы аҙнаһы” (1933) һ.б.; 40‑тан ашыу күренекле ғалим, аҡыл эйәләре, рәссамдар: С.Н.Булгаков, П.А.Флоренский (1917), И.А.Ильин (1921), В.М.Васнецов (1925), С.Н.Дурылин (1926), И.П.Павлов (1935), В.И.Мухина (1940) һ.б. портреттарын ижад итә. Монументаль сәнғәт өлкәһендә эшләй: Владимир соборы (Киев, 1891—95; В.М.Васнецов м‑н берлектә), А.Невский сиркәүе (Абастуман ҡ., 1899—1904), Марфа‑Мариин монастырындағы (Мәскәү, 1910—12) биҙәктәр һәм һүрәттәр авторы. Күсмә күргәҙмәләр ширҡәте ағзаһы (1896). Өфөлә Художество музейын ойоштороуҙың инициаторы; 1954 й. уға уның исеме бирелә (ҡара: Нестеров М.В. исемендәге художество музейы), 2015 й. музей терр‑яһында Н. һәйкәл ҡуйыла. 1879 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Петербург (1907), Мәскәү (1907, 1935). Эштәре БДХМ, Третьяков галереяһы (Мәскәү), Рус музейы (С.‑Петербург), Рәсәй һәм сит ил музей һәм галереялары коллекцияларында, шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. Сталин пр. лауреаты (1941). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1942). 2012 й. Өфөлә Н. тыуыуына 150 йыл тулыуға арналған юбилей тантаналары сиктәрендә уның исемендәге сквер асыла, “Ағиҙел” ҡунаҡханаһының (уның урынында Нестеровтар ғаиләһенең йорто булған) фасадына мемориаль таҡтаташ ҡуйыла, Н. ис. Асыҡ респ. балалар сәнғәт ижады конкурсы, “Рәсәй музейҙарында, галереяларында һәм шәхси йыйылмаларҙа М.В.Нестеровтың әҫәрҙәре” Бөтә Рәсәй күргәҙмәһе, “Беренсе Нестеров уҡыуҙары” Бөтә Рәсәй фәнни‑ғәмәли конференцияһы ойошторола. 2017 й. БР‑ҙа һынлы сәнғәт һәм сәнғәт ғилеме өлкәһендә Н. ис. Дәүләт пр. булдырылған.

Хеҙм.: Давние дни. М., 1942; О пережитом. 1962—1917. Воспоминания. М., 2006.

Әҙәб.: Хасанова Э.В. М.В.Нестеров. Живопись и графика 1878—1922 годов. Уфа, 2003; шул уҡ. Михаил Нестеров. Неизвестные страницы творчества. Уфа, 2012; Климов П.Ю. Михаил Нестеров. М., 2004.

Э.В.Хәсәнова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 20.02.2020