Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИФОЛОГИЯ

Просмотров: 1895

МИФОЛОГИЯ, 1) башҡ. халҡының мифтары йыйылмаһы. М. сығанаҡтары башҡ. халҡының этногенезында ҡатнашҡан ырыуҙарҙың М. һәм ышаныуҙарына барып тоташа, ул ш. уҡ башҡорттар м‑н бәйләнештә булған ырыуҙар һәм халыҡтарҙың йоғонтоһон кисерә (ҡара: Этник процестар). Боронғо замандарҙа барлыҡҡа килеп, мифологик күҙаллауҙар халыҡ тормошоноң бөтә тарихы дауамында йәшәп килә һәм уның изге рухи хазинаһын тәшкил итә. М. этник мәҙәниәттең иң мөһим структураларының береһе һанала. Этнография, башҡорт теле, биҙәү‑ҡулланма сәнғәте материалдары һ.б. — М. б‑са мөһим мәғлүмәт сығанаҡтары. 2) Фольклористика, культурология, философия, этнология, ш. уҡ этнолингвистика м‑н йәнәш торған фәнни дисциплина. М. тикшереү предметы — мифтар. Башҡорттарҙың М. б‑са иң тәүге мәғлүмәттәр Ибн Фаҙлан (10 б.) тарафынан теркәлгән. М. б‑са материалдар 18—19 бб. тикшеренеүселәре И.И.Георги, Р.Г.Игнатьев, П.М.Кудряшёв, И.И.Лепёхин, М.В.Лоссиевский, Д.П.Никольский, П.С.Паллас, П.Е.Размахнин, В.С.Юматов һ.б. хеҙмәттәрендә бар. Башҡорттар араһынан Инан Әбделҡадир, Б.Ғ.Юлыев һәм М.И.Өмөтбаев М. тәүге тикшеренеүселәр булып иҫәпләнә. Башҡорттарҙың М. тәүге тапҡыр фәнни анализ С.И.Руденко тарафынан “Башҡорттар: этнологик монография тәжрибәһе” хеҙмәтендә яһала. М. б‑са теоретик тикшеренеүҙәр 20 б. 2‑се ярт. — 21 б. башында әүҙемләшә. М. фольклорҙың нигеҙе булараҡ К.Мәргәндең “Башҡорт фольклорында мифологик ҡараштарҙың сағылышы” (“Отражение мифологических воззрений в башкирском фольклоре”; 1968), Ф.А.Нәҙершинаның “Халыҡ хәтере” (1986), М.М.Сәғитовтың “Боронғо башҡорт ҡобайырҙары” (1987), С.Ә.Галиндың “Башҡорт мифологик эпосы” (“Башкирский мифологический эпос”; 1999), В.Г.Котовтың «Башҡорт эпосы “Урал батыр”» («Башкирский эпос “Урал‑батыр” »), Р.Ф.Рәжәповтың “Башҡорт эпик ҡомартҡыларының мифологик нигеҙҙәре” (икеһе лә — 2006) һ.б. хеҙмәттәрҙә тикшерелә. М. халыҡ медицинаһы м‑н бәйләнешен өйрәнеүгә Торма Йожефтың “Утҡа өндәшәм” китабы (1997, Ф.Ғ.Хисамитдинова м‑н авторҙашлыҡта) арналған. А.Р.Абдуллиндың “Мәҙәниәт һәм символ” (“Культура и символ”; 1999) монографияһында М. символдар системаһы итеп, А.Й.Фәтҡуллинаның “Башҡорт мифологияһында тормош мәғәнәһенең ҡиммәттәре” (“Смысложизненные ценности в башкирской мифологии”; 2004) — М. тормош мәғәнәһе мәсьәләләре; З.Ғ.Әминевтың “Боронғо башҡорттарҙың космогоник ҡараштары” (“Космогонические воззрения древних башкир”; 2005), Ғ.Ғ. Сәлиховтың “Башҡорттарҙың донъя картинаһында кеше: социаль-фәлсәфәүи анализ” (“Человек в картине мира башкир: социально-философский анализ”), Ш.Р.Шәкүрованың “Башҡорт халыҡ эпосы “Урал батыр”: архивтағы төп сығанаҡ һәм уның текстологик анализы” («Башкирский народный эпос “Урал-Батыр”: архивный первоисточник и его текстологический анализ»; икеһе лә — 2007) хеҙмәттәрендә боронғо башҡорттар донъяһының моделе тикшерелә, М. башҡ. телендә сағылышы Г.Һ.Бохарованың “Башҡорт топонимияһында донъяның мифопоэтик картинаһы” (“Мифопоэтическая картина мира в башкирской топонимии”; 2003), Р.Н.Һаҙыеваның “Башҡорт этник мәҙәниәте һәм теле: донъяның тел картинаһын тергеҙеү тәжрибәһе” (“Башкирская этнокультура и язык: опыт воссоздания языковой картины мира”; 2005) монографияларында ҡарала. М. шулай уҡ Д.Ж.Вәлиев, Ә.Х.Дәүләтҡолов, Р.Ә.Солтангәрәева, Ә.М.Сөләймәнов, Ф.Ғ. Хисамитдинова, Ғ.Б.Хөсәйенов, В.С.Хәзиев һ.б. хеҙмәттәре арналған. Мифологик төшөнсәләр Хисамитдинованың “Башҡорт мифологияһы: белешмә-һүҙлеге”ндә (2002), “Башҡорт теленең мифология һүҙлеге”ндә (2010) системалаштырылған. Өфөлә «“Урал батыр” эпосы һәм мифология» Бөтә Рәсәй фәнни конференцияһы үткәрелә (2003).

Әҙәб.: Х и с а м и т д и н о в а Ф.Г. Из истории изучения мифологии и мифологической лексики башкирского языка //Гуманитарные науки в Башкортостане: история и современность. Уфа, 2007; шул уҡ. Словарь башкирской мифологии. Уфа, 2011. Вып. 1—3. 

 

И.С.Сырлыбаева, З.Ғ.Әминев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: