Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘСКӘЙ, йән эйәһе

Просмотров: 1224

МӘСКӘЙ, башҡ. мифологияһында яуыз йән эйәһе. Хөрәфәти хикәйәләр һәм тылсымлы әкиәттәр персонажы. Башҡорттарҙың ышаныуҙары б‑са, М. — үлгән сихырсының йәки йыназа уҡымай күмелгән кешенең йәне. Төндә ялҡынлы шар рәүешендә осоп йөрөй, кешеләргә ауырыу, сихыр һ.б. ебәрә. Әкиәттәрҙә, төрлө ҡиәфәткә инеп, кешеләргә зыян килтергән ҡарсыҡ итеп һүрәтләнә. Кешеләрҙе ашай (“Мәскәйҙең үлеме”, “Шәғәле” һ.б.), уларҙың ҡанын йәки елеген һура (“Ете ҡыҙ”, “Ҡамыр батыр” һ.б.) һ.б. Ҡайһы берҙә М. геройға ярҙам итә — уға дөрөҫ юл күрһәтә, кәңәш бирә (“Бат‑ ша, егет, аждаһа”). “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” эпосында М. кеше аяғы баҫмаған тауҙарҙа йәшәгән 500 йәшлек изге күңелле тылсым эйәһе итеп һүрәтләнә. М. оҡшаш персонаждар күп халыҡтарҙың мифологияһында бар. Шулай уҡ ҡа‑ ра: Убыр.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр. 1—2‑се кит. Өфө, 1976; Шунда уҡ. 1‑се т. Йола фольклоры. Өфө, 1995; Шунда уҡ. 4‑се т. Эпос. Өфө, 1999. 

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019