НАРДУҒАН
НАРДУҒАН, башҡорттарҙың Ҡояшҡа (нар, фарс. — ҡояш) арналған традицион байрамы. Йылына 2 тапҡыр үткәрелгән. Көндөң оҙоная башлауын билдәләгән ҡышҡы Н. байрамы 25 дек. алып 5 февр. тиклемге осорҙа була һәм иң һыуыҡ көндәргә тура килә (ҡышҡы селлә). Тәүге көндө балалар иртә м‑н, байрам башланыуын хәбәр итеп, өйҙән өйгә йөрөгәндәр: “Нар, нар, нардуған! / Нардуғанға бар, туған!”, алғыштар әйткәндәр: “Нар, нар, нарына! /Бәхет бирһен барына, /Малтыуарың түл йәйһен, /Баласағаң ит ейһен!”. Өй хужалары уларҙы тәмлекәстәр м‑н һыйлаған. Байрамды үткәреү өсөн күмәкләп ауылдың бер өйөнә йыйылғандар, һәр береһе үҙе м‑н күстәнәс алып килгән. Ололар, яҡшы һауа торошо, мул уңыш, именлек һәм етеш тормош теләп, доға уҡыған, теләктәр теләп, Ҡояшҡа һәм Селлә бабайға мөрәжәғәт иткән. Яңы йылдың ниндәй булырын алдан белер өсөн, хужаларға төрлө кинәйәле һорауҙар бирелгән. Ҡыҙҙар аулаҡҡа, урнашҡа йыйылған. Байрам урамда дауам иткән: йырлағандар, бейегәндәр, халыҡ уйындары үткәргәндәр. Киләһе көндәрҙә бер‑береһенә ҡунаҡҡа йөрөгәндәр. Йәйге ҡояш торошонда йәйге Н. байрамы 21 июндән 5 июлгә тиклем үткәрелгән һәм иң эҫе көндәр башланған мәлгә тура килгән (йәйге селлә). “Аяу көн” йолаһы үткәрелгән. Был ваҡытта хайуан һәм ҡоштарға һунар итеү, мал һуйыу, урман ҡырҡыу, бесән сабыу тыйылған, ләкин дарыу үҫемлектәрен йыйыу өсөн иң уңайлы осор иҫәпләнгән. Был көндәрҙә, бәрәкәтле йәй теләп, йылға-күлдәргә төрлө ялан сәскәләре һалғандар. Боронғо замандарҙа иң юғары яҡтылыҡ сығанағы булған Ҡояш һәм Ер‑һыу хөрмәтенә ҡорбан итеп күк йылҡы малы салынған. Н. үткәреү тәбиғәт көстәрен ризалатырға ярҙам итә, тип иҫәпләгәндәр (ҡара: Исламға тиклемге дини инаныуҙар). Н. айырыуса көнбайыш һәм көньяҡ башҡорттарында (ҡара: Этнографик төркөмдәр) таралған була. 1990 йй. алып БР‑ҙа Н. байрамын үткәреү йолаһы яңынан тергеҙелә. Н. Волга буйындағы татар, сыуаш, мордва, удмурт һ.б. халыҡтарҙа ла булған.
Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. 1‑се т. Йола фольклоры. Өфө, 1995.
Р.Ә.Солтангәрәева
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов