Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРЫҪ ЛАПТАҺЫ

Просмотров: 1253

УРЫҪ ЛАПТАҺЫ, спорт төрө, туп һәм бита м‑н халыҡ команда уйыны. Уйындың маҡсаты — уйынса юғарыға ырғыткан тупты бита м‑н ҡаршы яҡҡа булдыра алған тиклем алыҫыраҡ һуғып, ҡаршы яҡҡа йүгерергә, ҡаршы яҡтар тупты тотоп йүгереүсегә тейҙерергә тейеш. Уңышлы йүгереп килгән өсөн командаға мәрәй өҫтәлә. Тейешле ваҡыт эсендә күберәк мәрәй йыйған команда еңеүсе була. Башҡортостанда У.л. 20 б. 30‑сы йй. алып үҫешә һәм хәрәкәт уйыны булараҡ мәктәп уҡыусылары араһында киң таралған була. 1959 й. Якутов И.С. исемендәге паркта тәүге тапҡыр У.л. б‑са БАССР беренселеге үтә, БАССР йыйылма командаһы РСФСР халыҡтары спартакиадаһында ҡатнаша. 80‑се йй. башында Өфөлә БДПИ (ҡара: Педагогия университеты) ҡарамағында У.л. б‑са тәүге секция асыла, 1989 й. У.л. физик культура ф‑тының уҡыу программаһына индерелә. Өфөлә Рәсәй чемпионаттары (2010, 2012), Рәсәй беренселектәре (1999, 2008), мини лапта б‑са үҫмерҙәр һәм ҡыҙҙар араһында “Осенние биты” Бөтә Рәсәй ярыштары (2001), 2005 й. Күмертау ҡ. ҡатын‑ҡыҙҙар командалары араһында Рәсәй чемпионаты үткәрелә. Респ. У.л. б‑са Д.Б.Ган, И.А.Житков, А.Г.Карпов, А.Ю.Костарев, И.А.Мәғәнәүетдинов, А.Н.Сәфәров, Е.Г.Фролов, Н.И.Фәйзуллин, А.Ф.Хөснөтди- нов, Д.Б.Шабунин (бөтәһе лә — 1997) Рәсәйҙең тәүге спорт мастерҙары була. БР ир‑егеттәр йыйылма командаһы — Рәсәй чемп. (1993, 1997, 1999, 2001), Рәсәй кубоктарын яулаусы (2004, 2006), У.л. б‑са Рәсәй чемпионаттарының көмөш (1994, 1998, 2002, 2007, 2010) һәм бронза (1991, 1995, 2000, 2003) призёры; мини лапта б‑са Рәсәй чемп. (2010, 2012). БР ҡатын‑ҡыҙҙар йыйылма командаһы — Рәсәй чемп. (2003—07, 2009—10), Рәсәй кубоктарын яулаусы (2004, 2006— 10), Рәсәй чемпионаттарының көмөш (2000, 2002, 2011) һәм бронза (2001) призёры, У.л. б‑са Бөтә Рәсәй ауыл спорт уйындары еңеүсеһе (2006); мини лапта б‑са Рәсәй чемп. (2010, 2012, 2014). БДПУ‑ның ир‑егеттәр һәм ҡатын‑ҡыҙҙар командалары — студенттар араһында Рәсәй беренселектәре еңеүсеһе (2000—06). Респ. У.л. б‑са спорт мәктәптәрендә 20‑нән ашыу бүлексә һәм юғары уҡыу йорттары эргәһендә 10‑дан ашыу секция эшләй, унда 3,5 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә (2014). 2002 й. алып БР У.л. федерацияһы эшләй. У.л. м‑н тренерҙар В.Ф.Баранов, Р.Ф.Бәдғет- динов, Р.М.Вәлиәхмәтов, Л.Г.Гусев, С.В.Иванов, Р.Р.Йәғәфәров, Костарев (бөтә Рәсәй категориялы судья), М.Н.Лотфуллин, А.Н.Михайлов, Мәғәнәүетдинов, С.И.Ручушкин, В.И.Щемелинин (бөтә Рәсәй категориялы судья) һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: