Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӘЛӘКӘЙ МОҠАС, Мәләүез р‑нындағы ауыл

Просмотров: 731

БӘЛӘКӘЙ МОҠАС, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Мәләүез а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Т. табан 7 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 164 кеше; 1920 — 207; 1939 — 122; 1959 — 180; 1989 — 169; 2002 — 160; 2010 — 193 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 19 б. 2‑се ярт. Стәрлетамаҡ өйәҙе Тамъян улусы Моҡас/ Оло Моҡас а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1896 й. 35 йортта 157 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мөгәзәй теркәлгән. Н.С.Аҡбирҙин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Ю.Ғәримов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019