Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КЕСЕ НӘКӘРӘК

Просмотров: 822

КЕСЕ НӘКӘРӘК, Мишкә р‑нындағы ауыл, Иҫке Арзамат а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 16 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 136 км алыҫлыҡта Казяш й. (Бөрө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 433 кеше; 1920 — 452; 1939 — 263; 1959 — 170; 1989 — 694; 2002 — 519; 2010 — 454 кеше. Мариҙар, урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 19 б. уртаһында Бөрө өйәҙе Һунлар улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ өйәҙҙең Нәкәрәк а. (хәҙ. Иҫке Нәкәрәк а.) кешеләре нигеҙ һала. Шулай уҡ Новосёлка исеме м‑н билдәле булған. 1865 й. 52 йортта 185 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, сана яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. 2‑шәр тимерлек, май һығыу оҫтаханаһы, бакалея кибете теркәлгән. А.Д.Костарев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019