Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӘЛӘКӘЙ СОҠАЯҘ, Бөрө р‑нындағы ауыл

Просмотров: 862

БӘЛӘКӘЙ СОҠАЯҘ, Субай, Бөрө р‑нындағы ауыл, Суслов а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 22 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 130 км алыҫлыҡта Соҡаяҙ й. (Бөрө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 671 кеше; 1920 — 825; 1939 — 897; 1959 — 823; 1989 — 554; 2002 — 623; 2010 — 607 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Суслов урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға яҡынса 19 б. 1‑се ярт. Бөрө өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Соҡаяҙ а. (хәҙ. Мишкә р‑ны Оло Соҡаяҙ а.) мариҙары нигеҙ һала. 1865 й. 40 йортта 273 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. земство мәктәбе, 2 һыу тирмәне, 2 бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: