Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КЕСЕ ЫҠТАМАҠ, Мәсетле р‑нындағы ауыл

Просмотров: 751

КЕСЕ ЫҠТАМАҠ, Һарбулат, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Кесе Ыҡтамаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.-Көнс. 5 км һәм Красноуфимск т. юл ст. (Свердловск өлк.) К.‑Көнс. табан 113 км алыҫлыҡта Ыҡ й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1173 кеше; 1920 — 1468; 1939 — 703; 1959 — 816; 1989 — 435; 2002 — 570; 2010 — 561 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Бирюсинка” халыҡ вокаль ансамбле), китапхана бар.

Ауылға 1833 й., икенсе мәғлүмәттәр б‑са, 1800 й. Троицк өйәҙе Ҡошсо улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ өйәҙҙең Ыҡтамаҡ а. (хәҙ. Оло Ыҡтамаҡ а.) кешеләре нигеҙ һала. Шулай уҡ Кесе Шышлы булараҡ теркәлгән. 1896 й. 135 йортта 968 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 тирмән, 5 тимерлек, сауҙа кибете булған. 1906 й. сиркәү (1904 й. һалынған), земство мәктәбе, 2 һыу тирмәне, 3 бакалея кибете, май һығыу оҫтаханаһы теркәлгән. 

Г.Т.Хөсәйенова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: