Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАЛАЙ МУЙНАҠ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

Просмотров: 798

МАЛАЙ МУЙНАҠ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Һүрәм а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 18 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 72 км алыҫлыҡта Оло Һүрәм й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 120 кеше; 1920 — 124; 1939 — 101; 1959 — 96; 1989 — 82; 2002 — 98; 2010 — 96 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Күгәрсен урта мәктәбе филиалы), клуб, мәсет бар. Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусының Муйнаҡ а. (Үрге Муйнаҡ) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1866 й. 17 йортта 57 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. мәсет, һыу тирмәне теркәлгән. 

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: