Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОКТЯБРЬ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

Просмотров: 781

ОКТЯБРЬ, О к т я б р ь с к и й, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Йылайыр а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 63 км һәм Сибай т. юл ст. К. табан 46 км алыҫлыҡта Сосновка й. (Оло Уртаҙым й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 133 кеше; 1959 — 318; 1989 — 265; 2002 — 235; 2010 — 201 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Урғаҙа урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер- акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 1929 й. Йылайыр кантонында Йылайыр с‑зы ойошторолғандан һуң с‑здың Октябрь бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 2005 й. хәҙ. статусын ала, 2008 й. хәҙ. исемен йөрөтә.

Ә.З.Сәйғәфәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: