Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОРЛОВКА, Благовещен р-нындағы ауыл

Просмотров: 648

ОРЛОВКА, Благовещен р-нындағы ауыл, Орловка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 24 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 49 км алыҫлыҡта Огрязь й. (Иҙәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 395 кеше; 1920 – 537; 1939 – 314; 1959 – 189; 1989 – 147; 2002 – 141; 2010 — 102 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 19 б. 60—70‑се йй. Өфө өйәҙендә Вятка губернаһы һәм Пермь губернаһы күскенселәре Орловский бүлендек ауылы итеп нигеҙ һала. Шулай уҡ Кондраиха исеме м‑н билдәле булған. 1896 й. 67 йортта 390 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. земство мәктәбе, һыу тирмәне, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; кәсептәре араһында тоҡ тегеү таралған булған. 1920 й. хәҙ. исемен йөрөтә, 30‑сы йй. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: