Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МОРДВА МИЛЛИ-МӘҘӘНИ АВТОНОМИЯҺЫ

Просмотров: 907

МОРДВА МИЛЛИ-МӘҘӘНИ АВТОНОМИЯҺЫ, БР мордваларының милли үҙаңын күтәреү, мордва телен һәм милли мәҙәниәтен һаҡлау, респ. халыҡтары араһында дуҫлыҡты пропагандалау һәм нығытыу маҡсаты м‑н булдырылған милли-мәҙәни берекмә. Стәрлетамаҡ ҡ. урынлашҡан. 1996 й. БР‑ҙың Респ. мордва (эрзя-муҡшы) милли-мәҙәни үҙәге булараҡ ойошторола, 2004 й. алып БР‑ҙың Мордва милли-мәҙәни автономияһы. БР Фин-уғыр халыҡтары ассамблеяһын ойоштороусыларҙың береһе. Ауырғазы, Бишбүләк, Йәр‑ мәкәй, Ҡырмыҫҡалы, Стәрлетамаҡ, Фёдоровка р‑ндарында филиалдары бар. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: мордва милли мәҙәниәтен, тарихын һәм әҙәбиәтен өйрәнеү б‑са түңәрәктәр һәм клубтар ойоштороу; милли байрамдар, фестивалдәр, күргәҙмәләр үткәреү; туған телдә уҡытыу һәм тәрбиәләү алып барылған айырым кластар һәм төркөмдәр асыуға булышлыҡ итеү. “Алтын шишмәләр” (“Золотые родники”) мордва мәҙәниәте респ. фестивалдәрендә, “Шумбрат, Финно-Угрия!” төбәк-ара байрамда ҡатнаша. БР‑ҙың М.м.‑м.а. йыл һайын мордва теле байрамын, “Мазый тейтерь” мордва һылыуҙары респ. конкурсын (2005 й. алып), Мордовияла БР ижади коллективтары сығыштарын ойоштора. 2007 й. БР Фин-уғыр халыҡтары ассамблеяһы составында Фин-уғыр халыҡтарының халыҡ-ара йәштәр ассоциацияһының 8‑се конгресында (Сыктывкар), “РФ төбәктәрендә фин-уғыр йәштәренең хәле тураһында” конф. (Йошкар-Ола); мордва халҡының 5‑се съезында (Саранск, 2009), Башҡортостанда Мордва Респ. көндәрендә (Өфө, Стәрлетамаҡ, 2011), Фин-уғыр хәрәкәтен брендингылау б‑са халыҡ-ара конф. (Таллин, 2011), мордва халҡының Рәсәй дәүләте халыҡтары м‑н берләшеүенең 1000 йыллығына арналған тантаналы сараларҙа (Саранск, 2012) ҡатнаша; Саранск м‑н “БР мәғариф учреждениеларында мордва телдәрен уҡытыу тәжрибәһе тураһында” видеоконференцияһын (Стәрлетамаҡ, 2010), “БР‑ҙағы мордва халҡының телдәрен, мәҙәниәтен, традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү тураһында” тигән мәсьәлә б‑са Мордваларҙың (муҡшы һәм эрзя халыҡтары) төбәк-ара ижт. хәрәкәте советы башҡарма ком‑тының киңәйтелгән күсмә ултырышын (БР‑ҙың Фёдоровка р‑ны, 2013) ойоштора. 

Н.Д.Герасимов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019