Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИСАЙЛОВ Андрей Иванович

Просмотров: 621

МИСАЙЛОВ Андрей Иванович (яҡынса 1731 — 19.8.1790, Силәбе ҡ.), Силәбе ҡәлғәһе сауҙагәрҙәре, чиновниктары, канцелярия хеҙм‑рҙәре һәм отставкалағы һалдаттарынан Уложенный комиссия депутаты. Комиссия ҡарамағына ҡала кешеләрен ҡайһы бер йөкләмәләрҙән азат итеү, урындағы сауҙагәрҙәргә монополиялы сауҙа хоҡуғы биреү, оҫтахана һәм сәнәғәт пр‑тиеларыасыу, сауҙагәрҙәргә һәм дворян булмаған отставкалағы чиновниктарға батша һарайы кешеләрен һатып алыу хоҡуғы биреү т‑да һ.б. наказдар тапшыра. 1782 й. алып Силәбелә хөкөм судьяһы.

Әҙәб.: Мансур Булатаев мәҡ. ҡарағыҙ. 

И.М.Васильев

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019