Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НИКОЛАЙ II

Просмотров: 1631

НИКОЛАЙ II (6.5.1868, Царское Село ҡ. — 17.7.1918, Екатеринбург ҡ.), Рәсәй императоры (1894 й. 20 окт. алып), Романовтар нәҫеленән. Император Александр III өлкән улы. Петербург ФА‑ның почётлы ағзаһы (1876). 1891 й. июлендә Көнсығыш буйлап сәйәхәттән ҡайтышлай, тәхет вариҫы Николай Орск ҡ. Ырымбур губ. Орск өйәҙе башҡорттары делегацияһы м‑н осраша. Осрашыуҙа уға йәшмәнән эшләнеп, ҡиммәтле таштар м‑н биҙәлгән һәм “Орск өйәҙе башҡорттарынан” тип яҙылған тәрилкә бүләк ителә. 1904 й. 29 июнендә Н.II Өфөгә килә, 30 июндә Златоуст ҡ. булып, рус-япон һуғышына (1904—05) китергә әҙерләнгән Ҡараяр һәм Мокшанск пехота полктарына смотр үткәрә. Февраль революцияһы ваҡытында 1917 й. 2 мартында тәхеттән баш тарта. Екатеринбургта ғаиләһе м‑н атып үлтерелә.

Әҙәб.: Пребывание Его Императорского Величества, Государя Императора Николая II в Уфимской губернии //Адрес-календарь Уфимской губернии на 1905 год. Уфа, 1904. 

 

Г.В.Мордвинцев

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019