Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИШӘРҘӘР

Просмотров: 2255

МИШӘРҘӘР, Волга һәм Урал буйы татарҙарының субэтник төркөмө. Башлыса ТР‑ҙа, БР‑ҙа, Һамар, Ульяновск, Пенза, Ырымбур өлк. йәшәйҙәр. БР‑ҙа Ауырғазы, Баҡалы, Благовар, Бүздәк, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Саҡмағош, Шишмә, Әлшәй р‑ндарында тупланып йәшәйҙәр. М. теле татар теленең көнбайыш диалектына ҡарай. Диндар М. — мосолман‑сөнниҙәр (ҡара: Ислам, Сөнниселек). М. төньяҡ, көньяҡ, лямбир, төньяҡ Урал буйы, төньяҡ‑көнсығыш этнографик төркөмдәренә айырыла. Тикшеренеүселәрҙең күпселеге (В.В.ВельяминовЗернов, В.В.Радлов, А.Ф.Можарский, С.П.Толстов һ.б.) фекеренсә, М. — “мещера” (“можар”) исемле финуғыр ҡәбиләһе вариҫтары, Б.А.Куфтин, И.Переньи, Т.Тибор М. мадьяр‑венгр ҡәбиләләренән (ҡара: Боронғо венгрҙар) сыҡҡан, тип иҫәпләй. М. сығышын ш. уҡ төрки телле көнбайыш ҡыпсаҡтар (М.З.Зәкиев), буртастар (Б.А.Васильев), болғарҙар м‑н бәйләйҙәр. М. үҙ аллы халыҡ булып 14—16 бб. уртаһында Ҡасим ханлығында формалаша.

Башҡортостанда М. 16 б. 2‑се ярт. Рәсәй Ҡазан ханлығын яулап алғандан һуң ҡала‑ҡәлғәләрҙә (ҡара: Ҡәлғәләр), нығытмалы сик һыҙыҡтарында (ҡара: Кама аръяғы сик һыҙығы) хеҙмәтле кешеләр иҫәбендә була. М. күпселеге башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрендә аҫаба башҡорттарға һәр йорттан йылына 10—25 тин аҡсалата оброк түләү, ҡайһы бер осраҡта аҫаба башҡорттарҙың йөкләмәләрен үтәү йәки яһаҡтың бер өлөшөн түләү шарты м‑н керҙәшлек т‑дағы яҙма килешеүҙәр нигеҙендә керҙәштәр сифатында ултыра. М. батша хөкүмәте башҡорт ихтилалдарын (17—18 бб.) баҫтырыуға йәлеп итә. Указ (1736 й. 11 февр.)б‑са М. ихтилалдарҙа ҡатнашҡан башҡорттарҙан тартып алынған ерҙәрҙе оброк түләмәйенсә (беренсе старшина — 200, яҫауыл, писарҙар, йөҙ баштары – 100‑әр, рядовойҙар – 50‑шәр сирек ер) биләй алған. 1790 й. 18 нояб. указ б‑са ихтилалдарҙа ҡатнашыусыларҙың ерҙәрен оброк түләмәйенсә биләү т‑дағы положение бөтөрөлә. Указ (1832 й. 10 апр.) б‑са М. 30‑ар дисәтинә ер биләү хоҡуғы ала, аҫаба башҡорт ерҙәренә яҙма килешеүе булмаған М. 15‑әр дисәтинә бирелә. 1783—84 йй. мишәр мырҙалары урыҫ дворяндарына тиңләштерелә. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, М. хәрби ҡатламға (ҡара: Башҡортмишәр ғәскәре) күсерелә, уларҙың төп бурысы Ырымбур сик һыҙығында хәрби хеҙмәт үтәү, Рәсәй һуғыштарында һәм походтарында ҡатнашыу була. Аныҡ льготалар, өҫтөнлөктәр, үҙҙәренең адм.‑хәрби идаралығы булыуы, ойошоп ултырыу М. этник тупланыуына булышлыҡ итә. 1865 й. М. хәрби ҡатламдан граждандар ҡатламына күсерелә һәм дәүләт крәҫтиәндәренәтиңләштерелә. Башҡортостанда М. һаны 1743—47 йй. — 10,1 мең кеше; 1782 й. — 28,8 мең; 1794 й. — 46,3 мең; 1834 й. — 73,6 мең; 1851 й. — 105,5 мең; 1879 й. — 138,9 мең; 1912 й. — 150,8 мең; 1920 й. — 166,2 мең; 1926 — 136 мең кеше тәшкил итә. М. башҡорттарға йәки татарҙарға ҡушып яҙыу арҡаһында артабанғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәрендә улар күренмәй.

М. хужалығында төп урынды игенселек алып торған. Арыш, ужым бойҙайы, һоло, тары, ҡарабойҙай, арпа үҫтергәндәр, етен һәм киндер сәскәндәр, 19 б. алып картуф һәм кәбеҫтә ултыртҡандар. Һабан һәм тырма төп ер эшкәртеү ҡоралдары булған. Малдарҙы ҡураларҙа аҫрағандар; күп итеп тауыҡ һәм ҡаҙ тотҡандар. Шулай уҡ һунар, балыҡ тотоу, умартасылыҡ һ.б. кәсептәр (туҡыу, ағас эшкәртеү, тимерселек һәм зәргәрлек эше һ.б.) м‑н шөғөлләнгәндәр.

Традицион ирҙәр кейеме мул күлдәктән һәм ыштандан торған. Камзул, кәзәкей, сәкмән өҫ кейеме булған; ҡышын бишмәт, тун кейгәндәр. Баш кейемдәренән түбәтәй, буҫтау, кейеҙ һәм тире бүректәр киң таралған. Ҡатын‑ҡыҙ кейеме ыштан һәм бала итәкле мул күлдәктән торған, уның өҫтөнән алъяпҡыс һәм камзул кейелгән. Өҫ кейеме елән, бишмәт булған, аяҡ кейеменән ичиг, итек, күн калуш, сабата кейгәндәр. М. аш‑һыуында ҡамыр аштары һәм ярма киң таралған. Картуф, ярма, кәбеҫтә, туҡмас һалынған итле һурпа традицион ризыҡ иҫәпләнгән. Ит аҙыҡтары, ғәҙәттә, һарыҡ, һыйыр, ҡош, һирәгерәк йылҡы итенән әҙерләнгән. Һөт ризыҡтарынан ҡаймаҡ, май, ҡатыҡ, һөҙмә, эремсек ҡулланғандар; киң ҡулланылған эсемлектәргә айран, буҙа, кеүәҫ, шәрбәт, бал, сәй ингән; ҡатлама (майҙа ҡурылған сөсө ҡамыр), бәрәмәс (үткәрелгән ит, эремсек, картуф һалынған бәрәмәс), ҡабартма (керәндил), йомшаҡ (бойҙай ононан икмәк), чигелдәк (мендәр формаһындағы печенье), күмәс (сөсө йәймә), бәлеш (йөҙөм ҡушылған сөсө бойҙай ҡамырынан түңәрәк икмәк) һ.б. традицион ашамлыҡ иҫәпләнгән. Традицион йола аҙығына тары ҡоймағы һәм бутҡаһы, йомортҡа тултырылған тауыҡ ингән. 19 б. М. ғаиләнең ике формаһы була: ҙур һәм бәләкәй. Никах ҡоҙалау б‑са яһалған, ҡыҙ урлау, ҡыҙҙың ата‑әсәһе рөхсәтенән тыш үҙ ирке м‑н китеүе, левират һәм соро‑ рат булған. Никахтың төп шарты булып ҡалым һәм мәһәр (ирҙең ҡатынына бирелгән мөлкәте; ул айырылышҡан йәки ире мәрхүм булған осраҡта ҡатынына күсә) иҫәпләнгән, никах кесаҙна йәки йома үткәрелгән. 20 б. башына тиклем традицион дини инаныуҙар, ҡорбан салыу һәм күмәкләп һыйланыу м‑н бәйле йолалар һәм ғөрөф‑ғәҙәттәр һаҡланған. Традицион байрамдары: Һабантуй, Йыйын (осрашыу, күмәк уйын), Ураҡ өҫтө һ.б. Яңы йыл байрамдарында ҡыҙҙарҙың юрауҙары м‑н төрлө уйындар үткәрелгән. М. фольклоры бай һәм жанрҙары күп төрлө: әкиәттәр, риүәйәттәр, легендалар, мәҡәлдәр, әйтемдәр, лирик һәм йола йырҙары һ.б. М. этномәҙәни үҫешенә Ҡазан татарҙары йоғонто яһай; М. үҙ атамаһы аҡрынлап “татар” этнонимы тарафынан ҡыҫырыҡлана. 1939 й. халыҡ иҫәбен алғанда М. татар составына индерелә.

 

Ф.Ф.Фәтихова, Р.И.Яҡупов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 31.07.2023
Связанные статьи: