Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЫРЫМБУР БАШҠОРТТАРЫ

Просмотров: 2014

ЫРЫМБУР БАШҠОРТТАРЫ, башҡорттарҙың этник төркөмө. Ырымбур (5,5 мең кеше), Орск (4,3), Медногорск (3,5), Ҡыуандыҡ (2,9), Яңы Троицк (2,6), Гай (2,0) ҡҡ., ш. уҡ Ырымбур өлкәһенең Красногвардейский (6,0), Ҡыуандыҡ (5,6), Яңы Сергиевка (2,5), Гай (2,5), Төйлөгән (2,4), Александровка (2,1), Һарыҡташ (1,8), Переволоцк (1,5) р‑ндарында йәшәй (2002 й. мәғлүмәттәр б‑са). 1989 й. Ырымбур өлк. 53,3 мең, 2002 й. — 52,7 мең башҡорт йәшәгән.

Тупланып йәшәү урыны б‑са Ы.б. шартлы рәүештә Көнбайыш һәм Көнсығыш Ы.б. бүленә. Көнсығыш Ы.б. формалашыу нигеҙен көньяҡ‑көнсығыш этнографик төркөмгә ҡараған ҡыпсаҡ, үҫәргән; Көнбайыш Ы.б. — төрлө этнографик төркөмгә ингән бөрйән, ҡыпсаҡ, һеңрән, табын һ.б. ҡәбиләләр тәшкил иткән. Ы.б. күпселеге понтий, бер өлөшө көньяҡ себер антропологик тибына ҡарай. Ы.б. һөйләү теле башҡорт теленең көньяҡ диалектына ҡарай һәм Көнбайыш Ырымбурҙа — дим (көньяҡ‑көнбайыш һөйләшсәһе), эйек‑һаҡмар (соран, соран‑ырғыҙ һөйләшсәләре), Көнсығыш Ырымбурҙа — эйек‑һаҡмар (түбәнге һаҡмар һөйләшсәһе) һөйләштәре бар. Диндарҙары — мосолман‑сөнниҙәр (ҡара: Сөнниселек).

Хәҙерге Ырымбур өлкәһе терр‑яһында йәшәгән башҡорттар т‑да иң тәүге мәғлүмәттәр Ибн Фаҙлан яҙмаларында (10 б. уртаһы) осрай. Б.э. 2‑се мең йыллығы башында Ы.б. йәйләүҙәре Эмба, Ур, Илек йй. үрге ағымына тиклем таралған. 17 б. алып Көнсығыш Ырымбурҙа ҡушылдыҡтары (Оло Эйек, Ҡороған, Сабаҡлы һ.б.) м‑н Һаҡмар й. түбәнге ағымындағы һәм Урал й. урта ағымындағы, Көнбайыш Ырымбурҙа ҡушылдыҡтары (Оло Уран, Кесе Уран, Туҡ һ.б.) м‑н Һамар й. (Волга й. ҡушылдығы) үрге һәм урта ағымындағы терр‑яны биләгән. 13 б. алып Ы.б. ерҙәре Алтын Урҙа, 15 б. башлап Нуғай Урҙаһы составына ингән. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң, Ы.б. төп өлөшө аҫаба ер­ҙәренең (ҡара: Аҫабалыҡ, Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы) сиктәре юридик яҡтан нығытылған жалованный грамоталар алған. 1744 й. Ы.б.ерҙәре Ырымбур губернаһы(18 б. аҙ. алып Боғорослан өйәҙе, Быҙаулыҡ өйәҙе, Ырымбур өйәҙе, 1865 й. башлап Ырымбур һәм Орск өйәҙҙәре) составына ингән. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, был өйәҙҙәрҙең башҡорттары 9‑сы башҡорт кантонына ҡараған. 1919 й. Ы.б. ерҙәре АСБР‑ҙың Туҡ‑Соран һәм Үҫәргән кантондарына; 1920 й. алып Ырымбур губ., 1934 й. Ырымбур өлкәһенә ингән.

Ы.б. малсылыҡҡа нигеҙләнгән хужалыҡ‑мәҙәни тибы барлыҡҡа килгән. Хужалыҡ нигеҙен игенселек, һунар, балыҡсылыҡ м‑н бергә алып барылған ярым күсмә һыйырсылыҡ тәшкил иткән. Башлыса йылҡы, һирәгерәк һарыҡ, һыйыр малы, кәзә, дөйә үрсеткәндәр. Бойҙай, арпа, һоло, һирәгерәк арыш, техник культураларҙан киндер (тараш, тарма), етен үҫтергәндәр. Төрлө ер эшкәртеү ҡоралдары ҡулланылған: һуҡа, ағас, һуңыраҡ тимер тырма, ураҡ. Игенде ҡул тирмәне (таш тирмән, ағас тирмән; ҡара: Тирмән) м‑н йәки ырҙын табағында көлтәләрҙе бер нисә үгеҙ, һирәгерәк ат ярҙамында тапатып һуҡҡандар. Бүре, ҡоралай, дала төлкөләренә һунар иткәндәр, йылым, ҡармаҡ һәм мурҙа м‑н балыҡ тотҡандар; Илек тоҙо, тимер һәм баҡыр мәғдәне (ҡара: Ҡарғалы) сығарыу һ.б. кәсептәр м‑н шөғөлләнгәндәр. Өй эштәренән кейеҙ баҫыу, тула баҫыу, туҡыусылыҡ, тире иләү (ҡара: Күн эше), бәйләү, үреү һ.б. һөнәрҙәр үҫеш алған.

Ярым күсмә тормош шарттарында Ы.б. бер нисә тораһы (ҡара: Башҡорт йәйләүҙәре) булған; ултыраҡ тормошҡа күсеү процесында ҡышҡы торамалар урынында ауылдар барлыҡҡа килгән. Торлаҡ башлыса саман, урман‑дала яғында ағас өйҙәрҙән ғибәрәт булған; өйҙәр башлыса 2 бүлмәнән (төпкө өй, алғы өй) һәм соландан торған. Шулай уҡ ҡара ҡаршы өй (бер ҡыйыҡ аҫтындағы солан ярҙамында берләштерелгән өйҙәр) осраған. Йыш ҡына торлаҡ һәм ситән хужалыҡ ҡаралтылары бер рәткә теҙелеп үҙ‑ара тоташтырылған. Традицион интерьер мейес йәки сыуалдан, яҫтыҡ, кейеҙ һ.б. әйберҙәр һалынған урындыҡтан торған.

Көнсығыш Ы.б. традицион өҫ кейеме башҡорт кейеменең көньяҡ‑көнсығыш, Көнбайыш Ы.б. — Һамар‑Ырғыҙ комплексына (ҡара: Ырғыҙ‑Кәмәлек башҡорттары) ингән, ул көньяҡ‑көнсығыш һәм көньяҡ‑көнбайыш комплекстар элементтарын үҙ эсенә алған. Традицион өҫ кейеме елән, кәзәкей, сәкмән, тун, толоп, бишмәттән торған. Ирҙәрҙең баш кейеме — бүрек, малахай, ҡатын‑ҡыҙҙыҡы — ҡашмау, таҫтар, шәл булған. Аяҡ кейемен күндән теккәндәр, ҡайһы берҙә буҫтау ҡушҡандар. Ҡата, ситек таралған. Традицион биҙәүес­тәр төрлө түш биҙәүестәренән (селтәр, һаҡал, түшелдерек һ.б.), сәс биҙәүестәренән (сәсмәү һ.б.), сулпынан, беләҙектән, балдаҡтан торған.

Ы.б. традицион аш‑һыуында ит һәм һөт аҙыҡтары өҫтөнлөк иткән, ш. уҡ ярма, балыҡ, үлән тамыры, емеш‑еләк ҡулланылған (ҡара: Башҡорт аш‑һыуы). Эсемлектәрҙән күберәк айран, буҙа, ҡымыҙ эскәндәр.

Ы.б. ырыу‑ҡәбилә ҡоролошоноң төп өлөшө булып ҡәбилә, ырыу, ырыу бүленеше торған. 19 б. — 20 б. башында бәләкәй ғаилә формаһы өҫтөнлөк иткән, атай кеше ғаилә башлығы һаналған (мөлкәт м‑н эш иткән һәм юридик яҡтан ғаиләнең вәкиле булған); ш. уҡ туғанлыҡ һәм урта хужалыҡ нигеҙендә ҡоролған күмәк ғаилә булған. Никахтар ҡоҙалау б‑са башҡарылған, ҡыҙ урлау йолаһы булған; левират һәм сорорат һаҡланған. Общинаның көнкүреше һәм ғаилә‑никах мөнәсәбәттәре йола, традициялар һәм йола хоҡуғы нормаларынан сығып көйләнгән. Күп йолалар исламға тиклемге инаныуҙарға бәйле булған.

Йәмәғәт тормошондағы төп ваҡиғалар, традицион байрамдар, йолалар яҙ һәм йәй

миҙгелдәрендә үткәрелгән (ҡара: Ҡарғатуй, Кәкүк сәйе, Майҙан, Һабантуй, Малсылыҡҡа бәйле йолалар һ.б.). Ғаилә байрамдары бала тыуыуға бәйле булған (ҡара: Бишек туйы, Исем ҡушыу, Бала тыуыуға бәйле йолалар).

Ы.б. халыҡ ауыҙ‑тел ижадында “Алпамыша менән Барсынһылыу”, “Буҙйегет”, “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу”, “Ҡара юрға”, “Ҡуңыр буға”, “Таһир менән Зөһрә”, “Йосоп менән Зөләйха” һ.б. эпостарҙың варианттары билдәле. Легендалар һәм риүәйәттәр ырыу һәм ҡәбиләләрҙең, торамаларҙың нисек барлыҡҡа килеүе һәм уларҙың атамаһы, тарих­тағы төп ваҡиғалар, ҡаҙаҡтар һәм ҡалмыҡтар м‑н үҙ‑ара мөнәсәбәт т‑да бәйән итә. Муз. фольклор халыҡ музыкаһының төрлө жанрҙарынан тора, улар араһында башҡорттарҙың хәр­би хеҙмәтенә (ҡара: “Маршрут”, “Перовский”, “Һыр”), Каруанһарайҙы төҙөүгә һ.б. тарихи ваҡиғаларға бәйле булғандары бар.

Ы.б. араһынан сыҡҡан билдәле кешеләр: башҡорт әҙәбиәте классиктары Д.Юлтый, С.Агиш, М.А.Буранғолов, күренекле театр эшмәкәрҙәре В.Мортазин‑Иманский, Б.Ә.Йосо­пова, комп. Х.К.Ибраһимов, М.М.Вәлиев, актёр һәм реж. Ә.Ғ.Абдразаҡов, йырсы Р.Ш.Аҙнаҡаева, ғалим З.Ғ.Ураҡсин, шағир Р.Т.Бикбаев, Башҡорт милли хәрәкәте эшмә­кәрҙәре А.Н.Йәғәфәров һәм С.Ғ.Мирасов һ.б.

17—19 бб. Ы.б. аҫаба ерҙәрендә ҡалалар, ҡәлғәләр төҙөлгән; Ырымбур өйәҙе Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Әбүбәкер, Ибраһим; Үҫәргән улусы башҡорттары Ғүмәр, Ишбирҙе, Ишкенә, Ҡарабай, Ҡолтай, Нарбулат, Түб. Үтәғол, Бесәнсе, Һултанбай, Үҙәнбай, Юныс, Йәнтүрә; Юрматы улусы башҡорттары Бурансы, Ҡараяр; Бөрйән улусы башҡорттары Байҡы, Ғәбдрәфиҡ аа., Табын һәм Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары м‑н берлектә — Күрпәс а. нигеҙ һалған; ш. уҡ керҙәшлек килешеүе б‑са Йомран‑Табын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә — Аҡтын, Булат, Иҫәнгилде, Ҡотос аа.; Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары Ҡотломбәт һ.б. торама пункттарға нигеҙ һалған (ҡара: 356‑сы биттәге табл.). Элек Ы.б. хужа булған ҡаҙна ерҙәрендә Орск ҡәлғәһе, Быҙаулыҡ ҡәлғәһе һ.б. (ҡара: Колониялаштырыу, Ырымбур сик һыҙығы), хәҙ. Орск, Быҙаулыҡ ҡҡ. һалынған.

2002 й. мәғлүмәттәр б‑са (%‑тарҙа), Ы.б. Аҡбулат (62), Аҡсура (87), Аҡтын (97), Аллабирҙе (97), Аҫҡар (90), Башҡорт Ҡансыраһы (91), Белозёрный (37), Беләү (28), Берестовка (34), Биктимер (42), Борағол (95), Буранғол (92), Бәхтейәр (95), Варваринка (48), Васильевка (33), Владимировка (33), Вьюжный (34), Гремучий (27), Ғүмәр (37), Ғәбдрәфиҡ (91), Дәүләтҡол (93), Зелёная Роща (34), 1‑се Йомағужа (95), 2‑се Йомағужа (98), Ибраһим (28), Иҙелбай (84), 1‑се Иманғол (60), Иҫке Ғүмәр (94), Иҫке Хәлил (90), Иҫке Юлдаш (90), Иҫәнгилде (93), Ишбирҙе (94), Ишкенә (92), Кесе Сурай (98), Кесе Хәлил (77), Кесе Юлдаш (93), Красноглинный (56), Күрпәс (96), Кәнсер (96), Ҡабан (42), Ҡайыпҡол (92), Ҡараяр (98), Ҡаръяп (88), Ҡоро Юл (35), Ҡотломбәт (83), Ҡотос (97), Ҡотош (92), Ҡыҙрас (84), Маҙы (68), Мерәҫ (94), Михайловский (29), Нарбулат (87), Оло Сурай (94), Оноприевка (36), Отрожный (26), Первомайск (32), Плешаново (34), Подлесное (45), Поим (47), Поповка (27), Привольный (32), Приуранка (71), Пролетарка (57), Пушкинский (66), Райман (78), Рамазан (46), Рощепкино (33), Рысай (51), Рыҫҡол (90), Теләүғол (49), Түб. Ильяс (99), Түб. Ҡунаҡбай (100), Урта Аҫҡар (86), Урта Ильяс (91), Үҙәнбай (41), Үрге Ильяс (92), Үрге Ҡунаҡбай (97), Хмелёвка (33), Һарбай (95), Һунарсы (82), Әхмәр (90), Юлтый (96), Юринский (84), Яйыҡ (94), Яланайыр (97), Яңы Воронеж (51), Яңы Михайловка (37), Яңы Ракитянка (88), Яңы Черкасское (27), Яңы Әхмәр (84), Яңы Юлдаш (94) һ.б. торама пункттарҙа йәшәй.

Әҙәб.: Этническая история и духовная культура башкир Оренбуржья (к 160‑летию основания Караван‑Сарая): материалы межрегион. науч.‑практ. конф. Оренбург, 2007.

Р.М.Йосопов, Ю.А.Әбсәләмова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 01.06.2023
Связанные статьи: