Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НОВИКОВТАР

Просмотров: 1117

НОВИКОВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Иван Гаврилович Н. (1730—?), Ырымбур пехота полкында хеҙмәт итә. 1780 й. Боғорослан өйәҙ суды заседателе. Боғорослан өйәҙендә Новиковка а. хужа була. Уның улдары: Алексей Иванович Н. (1765—?), титулярный советник. 1790 й. Өфө выждан суды ағзаһы; Михаил Иванович Н. (1771—?), подпоручик. 1788 й. — Стәрлетамаҡ, 1803 й. Бәләбәй земство судтарында дворян заседателе; Иван Иванович Н., прапорщик. 19 б. 2‑се ярт. Н. ерендә Новиковка а. (хәҙ. Өфө эсендә) нигеҙ һалына. Н. нәҫеленә шулай уҡ В.А.Новиков ҡарай. Н. нәҫеле Ырымбур губернаһының дворян нәҫел тарихы китабының 6‑сы киҫәгенә яҙылған.  

Б.Әҙнабаев

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019