Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МУЛЛАҒӘЛӘМОВ Марат Сабит улы

Просмотров: 1530

МУЛЛАҒӘЛӘМОВ Марат Сабит улы (7.11.1930, БАССР‑ҙың Белорет районы Урта Сермән а., хәҙерге БР‑ҙың шул уҡ районы Сермән а.), дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. БР‑ҙың атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре (2000). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1953) ӨМЭЗ‑дә эшләй. 1962 й.  алып КПСС‑тың Башҡортостан өлкә комитетында, 1963 й. башлап  Стәрлетамаҡ ҡ.: КПСС‑тың ҡала комитеты секретары, 1965 й. — хеҙмәтсәндәр депутаттары советы башҡарма комитеты рәйесе. 1979 й. башлап БАССР МС‑ы рәйесе урынбаҫары, 1986 й. — “Башнефть” ПБ‑ның генераль директоры урынбаҫары. 1990—91 йй. Йемен Республикаһында нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү буйынса өлкән инженер. Республика һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы рәйесе (1997—2015). БАССР ЮС‑ының 8—12‑се саҡырылыш депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1976, 1981), “Почёт Билдәһе” (1966), Салауат Юлаев (2020) ордендары менән бүләкләнгән.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

С.Я.Габриелов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.10.2021