Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕРЕК

Просмотров: 937

ЕРЕК (Alnus), ҡайын һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 50 төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда аҡ Е. һәм ҡара йәки һаҙ Е. таралған. 60—200 йәшкә етеүсе яҡтылыҡ яратҡан япраҡ ҡойоусы ағас. Сатыры ҡуйы, йомортҡа, тар пирамида йәки цилиндр рәүешендә, олоно төҙ, тармаҡлы, оҙонлоғо 5—20 м, диам. 60 см тиклем. Ҡайырыһы ҡара йәки һорғолт көрән. Япрағы эре, овал йәки түңәрәк формаһында, бысҡы ситле, сиратлы, оҙон һаплы. Сәскәһе айырым енесле: ата сәскә 3—6‑шарлап — үренделәрҙең өҫкө өлөшөндә урынлашҡан һырғаларға, инә сәскә үренделәрҙең аҫҡы өлөшөндә суҡҡа йыйылған башаҡтарҙа тупланған. Иртә яҙҙа япраҡ ярғанға тиклем сәскә ата. Инә башаҡтар үҫеп, февр.—мартта өлгөрөүсе ҡуш емешкә (“тубырсыҡтарға”) әйләнә. Емеше — сәтләүек. Йылға һәм шишмә буйында, һаҙлыҡлы тупраҡта үҫә; респ. бөтә терр‑яһында таралған. Йырындарҙы һәм битләүҙәрҙе нығытыу өсөн, үҙағасы фанера, мебель етештереү өсөн ҡулланыла. Ҡайырыһы һәм ҡуш емештәре тире дуплау өсөн яраҡлы. Баллы, һитәле дарыу үҫемлеге.

Р.Х.Ғиниәтуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019