Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КҮРӘН

Просмотров: 1189

КҮРӘН (Carex), күрән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 1500 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 90‑дан ашыу төрө үҫә. Күп йыллыҡ, ғәҙәттә бер өйлө тамырһабаҡлы, кәҫлектәр йәки түңгәктәр барлыҡҡа килтереүсе үләндәр. Һабаҡтары 5—150 см бейеклектә, ябай, һирәгерәк тармаҡлы, өс ҡырлы, һирәк осраҡта йомро, ҡайһы берҙә ҡыуыш эсле. Япраҡтары ҡыяҡ, һирәк осраҡта ланцет, ҡытыршы ситле һәм тар телле. Сәскәләре бер енесле, сәскә эргәлеге юҡ, башаҡ тәңкәлегенең ҡуйынында берәмләп урынлашҡан; ата сәскәләр 3 (һирәкләп 2) һеркәсле, инәләре ябыҡ сәскә эргәлеге эсенә ябылған (муҡса). Башаҡтары (баштарҙа, суҡтарҙа, башаҡтарҙа) ата һәм инә сәскәләрҙән тора йәки ҡатнаш. Апр.— июндә сәскә ата. Емеше — сәтләүек, июнь—июлдә өлгөрә. Һаҙлыҡтарҙа, һыу ятҡылыҡтары янында, аҡһыл К., ҡуян К., иртә һ.б. — болондарҙа, колхида К., магеллан К. — бейек тауҙарҙағы болондарҙа һәм тау тундраһында, урман К., бармаҡлы төрө һ.б. — урмандарҙа, тоҡор К., тар япраҡлы К. далала үҫә. Күпселек төрҙәре, БР‑ҙың иң юғары тауҙарынан башҡа, респ. бөтә терр‑яһында таралған. Таш К., аҙ сәскәле К., тиле бойҙай һ.б. башлыса Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында таралған. Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында — магеллан К. һәм ике өйлө К., Башҡортостандың Урал алдында — богемия К., көҙгө К. һәм ҡара К., Башҡортостандың Урал аръяғында богемия К. үҫә. Күрәндәрҙең күбеһе сәскә атҡанға тиклем үк көтөүлектәрҙә мал‑тыуарҙан ашала, һирәгерәк бесән һәм силос итеп ҡулланыла. Сүсле үҫемлектәр (һыу К., кәҫле К. һ.б.), декоратив үҫемлектәр (яр К., осло К.). Составында фитонцидтар, флавоноидтар, эфир майҙары булған төклө К., ҡара башаҡлы төрө һ.б. халыҡ медицинаһында ҡулланыла. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына богемия К., ике өйлө К., аҙ сәскәле К., көҙгө К., ҡара К., нескә сәскәле К. һәм реликт кавказ К. индерелгән.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: