Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОФРИС

Просмотров: 772

ОФРИС (Ophrys), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 35 төрө билдәле, Европала, Көнбайыш Азияла, Урта диңгеҙ буйында һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда бөжәкле О. үҫә. Тумалаҡ йәки оҙонса бүлбеле күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 15—40 см. Япрағы күкһел төҫтә, тар, ланцет, тәпәш розеткала. Сәскәлеге — 3—8 сәскәнән торған һирәк башаҡ. Сәскәһе ваҡ, тышҡы япраҡсалары асыҡ йәшел төҫтә; эске әйләнәһенең 2 япраҡсаһы мыйыҡса рәүешендә, көрәнһыу һоро төҫтә, төклө. Ирене оҙонса йомортҡа формаһында, көрәнһыу шәмәхә төҫөндә, бәрхәт һымаҡ, уртаһында — зәңгәрһыу тап, урталағы ҙур көрәктең осонда уйым һәм ваҡ ситке япраҡсалары бар. Сәскәһе уны һеркәләндергән 2 төр һағыҙаҡтың феромондарына оҡшаш матдәләр бүлеп сығара. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — ҡумта, июль—авг. өлгөрә. Эзбизле уйһыу һаҙлыҡтарҙа һәм дымлы болондарҙа үҫә, Мәсәғүт урман-далаһында һәм Краснокама р‑нында осрай. Декоратив үҫемлек. Бүлбеләренең составында лайла, фенол берләшмәләре бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Реликт, БР‑ҙың һәм РСФСР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

М.М.Ишморатова

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: